Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 11:50

Доставалов батальонына посылка йыялар

Башҡортостан батальондары күп осраҡта көнкүреш әйберҙәрен һәм хәрби кейем һорай.

Доставалов батальонына посылка йыяларДоставалов батальонына посылка йыялар
Доставалов батальонына посылка йыялар

Өфө районында, “Башсельхозтехника” базаһында, “доставаловсылар” өсөн гуманитар ярҙам һәм посылкалар йыялар. Эшҡыуарҙар, төрлө предприятиелар, ойошмалар һәм битараф булмаған кешеләр көнкүрештә һәм хәрби хеҙмәттә кәрәк булған әйберҙәр алып килә.

Шулай итеп, яңыраҡ “Рәсәй тимер юлы“ филиалы – Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге идаралығы хеҙмәткәрҙәре базаға консерва, майка, футболка, ойоҡбаш, свитер, олтораҡ, башлыҡ, бирсәткә, берцы, эске йылы кейем, эсәр һыу, гигиена әйберҙәре, тубыҡса, терһәксә, газ баллондары һәм горелка, йоҡо тоғо, пенканан балаҫ һәм башҡа күп әйберҙәр алып килгән.

“Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы коллективы медикаменттар, кейем, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш химияһы әйберҙәрен алып килгән.

– Өлөшләтә мобилизация тураһында иғлан иткән ваҡыттан өс йүнәлештә эште көсәйттек – беҙҙең башҡорт батальондарын, Алкин инженер бригадаһын һәм мобилизацияланып әле хәрби әҙерлек үткән урындарҙа булған егеттәрҙе гуманитар ярҙам менән тәьмин итеү. Күп осраҡта уларҙың ихтыяжынан сығып эшләйбеҙ. Бәйләнешкә инәбеҙ, хәрбиҙәрҙең йәмәғәт кәңәшселәре, ҡала мэры ҡуйған ярҙамсылары һәм Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара бәйләнеше буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән һөйләшәбеҙ.

Башҡортостан батальондары өсөн, һыуыҡтар төшөүен иҫәпкә алып, йылы һәм эске кейемдәр әҙерләнек. Күп осраҡта көнкүреш әйберҙәрен һәм хәрби кейем һорайҙар, – тип һөйләне “Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Өфө ҡала Советы депутаты Юлай Моратов.

“Нью Лайн Групп” һәм “Металл групп” йәмғиәттәре вәкилдәре буржуйка мейестәр алып килгән.

– Беҙ коллектив менән башҡорт батальондары яугирҙәренә ярҙам күрһәтергә булдыҡ. Бында алып килгән 30 мейесте махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙ палатка лагерҙарын йылыта һәм ашарға бешерә алһын өсөн ошо ял көндәрендә эшләнек. Беҙҙең мейестәрҙең файҙаһы тейһен. Кәрәк булһа, тағы ла эшләйәсәкбеҙ, – тине “Металл групп” йәмғиәте етәксеһе Павел Цыпин.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов хәбәр итеүенсә, Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны өсөн гуманитар ярҙам кесаҙна оҙатыласаҡ.

 – Әле тәү сиратта талап ителгән әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, кейем алып киләләр. Йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, предприятиелар һәм ойошмалар ихлас ярҙам итә. Кесе йома әҙер булыр, тип уйлайбыҙ, шул иҫәптән туғандары һәм яҡындары әҙерләгән шәхсән посылкалар ҙа. Улар иң йылыһы һәм ҡәҙерлеһе – өйҙө иҫләткән балаларҙан өйҙө иҫләткән хаттар, фотолар, һүрәттәр. Был яҡташтарыбыҙҙың яугир рухын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк, – тип билдәләне Руслан Насретдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы төбәк бүлексәләрендәге М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы майҙансыҡтарында гуманитар ярҙам һәм посылкалар ҡабул итеү пункттары ойошторолған.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: bashkortostan.er.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас