Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 10:00

Ер ҙә һатҡан, дәрәжә лә һатҡан...

42 йәшлек мутлашыусы ир тотолған.

Ер ҙә һатҡан, дәрәжә лә һатҡан...Ер ҙә һатҡан, дәрәжә лә һатҡан...
Ер ҙә һатҡан, дәрәжә лә һатҡан...

Өфөлә Иглин районының элекке полиция бүлеге начальнигына ҡарата хөкөм сығарылды. 42 йәшлек ир 1,5 миллион һумға бер эшҡыуарға мутлашыу буйынса асылған енәйәт эшен ябырға ярҙамлашырға ярҙам итәм тип вәғәҙә бирә. Ришүәт алып закон боҙоу ғына етмәгән, ул был аҡсаны үҙләштереп, эшҡыуарҙы алдарға булған. Һөҙөмтәлә уны аҡса алып торған мәлдә ҡулға алалар.

Енәйәтсенең бынан тыш та бер нисә тапҡыр мутлашҡаны була. Мәҫәлән, ул коллегаларынан дөйөм күләмдә 1 450 000 һум аҡса алып, уларға карьера буйынса үрләргә ярҙам итәм тип алдай.

Ә уға тиклем урындағы фермерҙың 1,2 миллион һумын ер алыуҙа булышлыҡ итәм тип кеҫәһенә һалып ҡуя. Унан башҡа ла йә 82 мең һумлыҡ ришүәте булһынмы, йә 250 килограмм итме – ғөмүмән, ҡырын эштәре байтаҡ.

Шуға ҡарамаҫтан, элекке полицейский үҙ ғәйебен танымай. Нисек кенә булмаһын, суд уны алты йылға иркенән, званиеһынан мәхрүм итте һәм зыян күреүселәргә 2,8 миллион һум түләүҙе йөкмәтте.

Фото: РФ Тәштиш комитеты.

 

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас