

“Ирем Азаматты хәрби хеҙмәткә алдылар. Ике бала тәрбиәләйбеҙ. Тормошобоҙ быға тиклем ыңғай барҙы. Аңлашып, бер-беребеҙҙе яратып йәшәнек. Ирем һәйбәт ерҙә эшләне, аҡсаны мул алды. Ғаиләбеҙ башлығы ул ине: бөтә яуаплы ҡарарҙарҙы ҡабул итте, беҙгә ел-ямғыр тигеҙмәне. Азаматты оҙатҡандан һуң, үҙемде ҡулға ала алмайым. Башҡа насар уйҙар килә. Ҡурҡыта. Ирем һәм балаларым өсөн үҙгәрергә, насар уйҙарҙы ҡыуырға кәрәклеген һәйбәт аңлаһам да, көс таба алмайым. Ауылда йәшәгәс, психологка барып күренеү мөмкинлеге лә юҡ”.
Ләйсән (исем-шәрифемде тулыһынса яҙырға ҡыймайым).
Гүзәл ФИҘАҒИЕВА-ХАРИСОВА, бизнес-психолог:
– Бөтә илде шундай хис-тойғо биләп алды. Айырыуса яҡындарын хәрби хеҙмәткә оҙатҡандар ауыр уйҙарға батты. Был осраҡта шуға иғтибарҙы йүнәлткем килә: күптәр борсолоу тойғоһо белдереп, үҙҙәренең һөйөүен күрһәтәбеҙ тип уйлай. Ә ысынында иһә кеше ҡайғырып, үҙен ҡулға ала алмай йөрөһә, был тойғо мөхәббәт түгел, уның артында ҡурҡыу йәшеренгән. Был хәүеф туғандарығыҙға ла күсә. Мөхәббәт – ыңғай, ҡурҡыу кире йоғонто биргән энергия икәнен онотмағыҙ.
Тәү сиратта тынысланығыҙ. Ирегеҙгә, туғанығыҙға, ҡустығыҙға ышанығыҙ. Балаларығыҙға атайҙары тураһында тик яҡшы хәбәр генә һөйләгеҙ: атай көслө, һау-сәләмәт, ҡуйған һәр маҡсатына өлгәшә белгән ысын ир-егет. Иҫләйһегеҙме, теге саҡ ул (тормоштан алынған хәлде иҫләп миҫал килтерегеҙ) хәлдән тиҙ генә сығыу юлын тапты. Был юлы ла шулай буласаҡ, тип тынысландырығыҙ.
Икенсенән, күңелдә ҡурҡыу хисе йөрөтөп, хәлде бер нисек тә ыңғай яҡҡа үҙгәртеп булмай. Кире тойғо бар хәлде ала, кәйефте бөтөрә.
Әлеге айырылышыу мәлендә үҙегеҙгә ваҡыт бүлергә тырышығыҙ: гимнастика, бәйләү, сигеү йә башҡа берәй хобби табығыҙ. Мин был осраҡта свитер йә йөн ойоҡтар бәйләргә кәңәш итәм. Ирем ҡайтҡас кейер, тип әҙерләп ҡуйығыҙ. Йәмәғәтегеҙгә бындай бүләк оҡшар, балалар иһә һеҙҙең көтөүегеҙҙе, тыныс ҡына нимәлер эшләүегеҙҙе күреп хәүефләнмәҫ.
Әлеге мәлдә хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәргә бары ышаныс, һөйөү, йылы һүҙҙәр кәрәк: “мин һиңә ышанам”, “яратам”, “һин булдыраһың” тип йышыраҡ әйтегеҙ. Ышаныс, мөхәббәт тойғолары кешене тынысландыра. Яҡынығыҙ алыҫта булһа ла, һеҙҙең ышанысты тойоп йөрөр. “Ҡурҡам”, “хәүефләнәм”, “ауырыйым” тигән һүҙҙәрҙе бөтөнләй ҡулланмағыҙ. Яҡындарығыҙҙа үҙегеҙ өсөн хәүефләнеү тойғоһо уятмағыҙ. Уның көс-хәлен исрафламағыҙ.
Өйҙә уны көтәләр, яраталар икәнен белеү ир-егеттәргә көс өҫтәр.