Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 12:55

Оҫтабикәләр битараф ҡалманы

Лиана Сафина әҙерләгән ярҙам Ҡырымға киткән ылау менән госпиталдәге яҡташтарыбыҙға барып етте. Унан тыш, Мәрфуға Аралбаева...

Оҫтабикәләр битараф ҡалманыОҫтабикәләр битараф ҡалманы
Оҫтабикәләр битараф ҡалманы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Йөрәк йылыһы” акцияһына Нефтекаманан эшҡыуар, тегенсе Лиана Сафина ла ҡушылды. Ул йомшаҡ тәбиғи тауарҙан өс тиҫтәнән ашыу таҫтамал теккән һәм һалдаттарға ебәргән.

Уңған яҡташыбыҙҙың ҡалала үҙ ательеһы бар. Лиана артабан яугирҙәр өсөн тағы ла таҫтамалдар, эске кейем тегергә ниәтләй. Әйтеүенсә, ул ике тиҫтәгә яҡын фекерҙәш тапҡан һәм был изге эште артабан да дауам итәсәк, унан тыш, ательеһында гуманитар ярҙам тегергә йыйынған ҡатындарға урын бүлергә әҙер.

Әйтергә кәрәк, Лиана Сафина әҙерләгән тәүге ярҙам Ҡырымға киткән гуманитар ылау менән госпиталдәге яҡташтарыбыҙға барып етте лә.

Ә тегенсе, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән уңған ҡуллы милләттәшебеҙ, Өфө ҡалаһында йәшәгән Мәрфүға Аралбаева быға тиклем  «Йөрәк йылыһы» акцияһына ҡушылып,  флистан  үҙе  теккән 25  пар ойоҡбаш килтергәйне.

 –  Минең дә алыҫҡа юлланған, Ватанды һаҡлаған яҡташтарыма ярҙам иткем килде. Нисек һәм нимә эшләргә була тип уйланып йөрөнөм, унан итек эсенән кейә торған уңайлы ойоҡбаштар тегергә булдым. Флис — туристар, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр, хәрбиҙәр өсөн иң яҡшыһы. Материал еңел, аллергия бирмәй, ныҡ, тиҙ кибә, шыма, йылыны тота, — ти Мәрфүға Урал ҡыҙы.

Ошо көндәрҙә ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисына тағы ла килеп китте һәм өҫтәмә рәүештә 25 пар ойоҡбаш һәм 40 башлыҡ килтерҙе. Улар төрлө үлсәмдәр буйынса тегелгән, каска эсенән кейергә мөмкин.

Әүҙем миллтәштәребеҙгә ҙур рәхмәт! Ә «Йөрәк йылыһы» акцияһы октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ул халҡыбыҙҙың киң күңелле, ихлас һәм берҙәм икәнлеген тағы берҙе иҫбатланы. Мобилизацияланған яугирҙәр, яу яланындағы хәрбиҙәр өсөн йылы ойоҡтар, бирсәткәләр һәм башҡа кәрәк-яраҡты баш ҡаланың Революцион урам, 43 адресы буйынса килтерергә мөмкин. Ноябрь башында ылау Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатыласаҡ.

Иң мөһиме — ҡайнар сәләмдәрегеҙ яугирҙәргә барып етһен, улар иһә имен-һау тиҙерәк тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас