Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 12:00

Туҡ килеш йоҡлап ятҡаныңда күршең ас булмаһын

"Ислам динендә, яҡындарыңа ярҙам итергә кәрәк, тиелгән. Үҙең туҡ килеш йоҡлап ятҡанда күршеңдең ас булыуы һинең өсөн ҙур гонаһ", - ти ағалы-ҡустылы Муллахмәтовтар.

Туҡ килеш йоҡлап ятҡаныңда күршең ас булмаһынТуҡ килеш йоҡлап ятҡаныңда күршең ас булмаһын
Туҡ килеш йоҡлап ятҡаныңда күршең ас булмаһын

Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында йәшәгән Илдар һәм Азат Муллахмәтовтар умартасылыҡ эшендә 1992 йылдан. Был шөғөлгә килергә бер ваҡиға ныҡ этәргес булды, ти туғандар: уларҙың өй тәҙрәһе аҫтына бал ҡорттары килеп ҡунып эйәләшә. Күс эргәләге өй умартаһыныҡы булып сыға, оло йәштәге күршеләре уны туғандарға бирә. Шул ваҡыттан егеттәр дәртләнеп эшкә тотона: умарталыҡ булдырыла, ҡортсолоҡ буйынса курстарҙа белем туплана.

Үҙ ихтыяжыңды ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡылынған эш күңелгә шатлыҡ өҫтәмәй. Егеттәр ҙә табыш алыу менән генә сикләнмәй, ә төрлө ярҙам сараларына үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, ауыл мәктәбе ашханаһында һәр саҡ уларҙың балы өҫтәлгә ҡуйыла. Урамдарға яҡтыртҡыслы бағаналар ҡуйҙыртыу, мәсеткә электр уты үткәртеү, уны йүнәтергә ярҙам итеү ҙә уларҙың изге ниәте менән бойомға ашырылған.

- Ислам динендә, яҡындарыңа ярҙам итергә кәрәк, тиелгән. Үҙең туҡ килеш йоҡлап ятҡанда күршең ас икән - һинең өсөн ҙур гонаһ. Донбасста беҙҙең дуҫтар йәшәй. Уларға күпме кәрәк, шунса бал ебәрербеҙ, - ти күптән үҙҙәре лә дин юлында булған ағалы-ҡустылы.

Ир-уҙамандарға изге эштәрендә ҡатындары, туғандары ярҙамлаша. Әлбиттә, балалары ла ситтә ҡалмай, эшкә өйрәнеп, ярҙам, изгелек ҡылыу тигән төшөнсәләрҙе һүҙҙә түгел, ғәмәлдә күреп үҫә улар.

Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: vk.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас