Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 16:00

Утынға тип китеп юғалған

Бәйләнешкә сыҡмағас, яҡындары ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Артабан ниҙәр булған? 

Утынға тип китеп юғалғанУтынға тип китеп юғалған
Утынға тип китеп юғалған

Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы кешеһе урманға утынға киткән  еренән юғалған. Бәйләнешкә сыҡмағас, яҡындары Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Сибай зонаһы ҡотҡарыусыларына мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә "Башинформ".

Ҡотҡарыусылар килеп, ауыл хакимиәте башлығынан юғалыусының ҡайһы тирәлә булыу ихтималлығын аныҡлап, эҙләүгә сыҡҡан. Аҙашҡан ир бер нисә тапҡыр бәйләнешкә сығырға тырышҡан, әммә элемтә өҙөк-өҙөк булған. Шулай итеп, ирҙе урман эсендә, ҡара төндә телефон фонары яҡтыһы буйынса тапҡандар. Ул Әхмәт ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта  булған. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, бәхеткә күрә, ир өшөмәгән, һаулығына зыян килмәгән.

Фото: newsbash.ru 

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас