

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты “Профессионалдар” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланыуы тураһында хәбәр итә. Һөнәри оҫталыҡты баһалаған република конкурсы перспективалы йәштәр сәйәсәте эшмәкәрҙәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Тармаҡ етәкселәре һәм белгестәрҙән тыш, хәҙер төбәк бизнес берләшмәһе вәкилдәре, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары һәм етәкселәре конкурста ҡатнаша ала. Төп шарт – йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшмәкәрлек тәжрибәһенең бер йылдан кәм булмауы.
- Беҙҙең төп маҡсат – тармаҡтың компетентлы командаһын формалаштырыу, йәштәр менән эшләүҙең сифатлы яңы кимәленә сығыу, - тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Ғаризаны 14 ноябргә тиклем бирергә мөмкин. Конкурс ике этапта үтәсәк, ситтән тороп һайлау 15 ноябрҙә башлана, унан һуң финалсылар икенсе этапта осрашасаҡ.
Йәштәр сәйәсәте эшмәкәрҙәре өсөн 11 номинация ҡаралған.