Йәмғиәт
20 Октябрь 2022, 04:00

48 пар ойоҡ һәм бейәләй бәйләгәндәр

Посылканы район үҙәгендәге М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына тапшырғандар.

48 пар ойоҡ һәм бейәләй бәйләгәндәр48 пар ойоҡ һәм бейәләй бәйләгәндәр
48 пар ойоҡ һәм бейәләй бәйләгәндәр

Саҡмағош районының битараф булмаған халҡы хәрби хеҙмәттәге ир-егеттәргә посылкалар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Һәр кеше дөйөм изге эшкә өлөш индерергә тырыша.

Райондың Яңы Бәшир ауылынан Разифа Фәтхелбаян ҡыҙы менән Рәмил Фәйзрахман улы Фәйзуллиндар М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына үҙҙәре бәйләгән 48 пар ойоҡ һәм бейәләй алып килгән.

– Уларҙың был посылкаларға һалынған изге йөрәк һәм ҡул йылыһы беҙҙең яугирҙәрҙе йылытһын, уларҙы яратыуҙарын һәм көтөүҙәрен белдереп, ышаныс тыуҙырһын, – тип уртаҡлашты социаль селтәрендәге сәхифәһендә Саҡмағош район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев.  

Фото: vk.com. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас