

Бөгөн Башҡортостандың иң өлгөлө атайҙарын “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнеләр. Тантана “Торатау” конгресс-холында үтте, уны республиканың Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо. Быйыл өсөнсө тапҡыр үткән бәйгегә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән 218 атайҙан ғариза килгән, уларҙың 38-е еңеп сыҡҡан.
Финалға сыҡҡандарҙың һәр ҡайһыһы күкрәккә таға торған “Атай ҡаһарманлығы” билдәһен, “Асы” шифаханаһына ял көнө турына сертификаттар алды, бынан тыш, уларҙың унауһына республиканың биш шифаханаһында ете көнгә шифахана-курорт хеҙмәттәренә өҫтәмә юлламалар бирелде.
Конкурс лауреаттарын Башҡортостандың “Ирҙәр советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина һәм башҡалар тәбрикләне.
Бөгөн беҙҙең кадрға эләккән атайҙар менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ. Беренсеһе – Рөстәм Рәшит улы Баймөхәмәтов. Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан, ул – янғын һүндереүсе. Ҡатыны Нәргизә менән һигеҙ бала үҫтерәләр, ике ейәндәре бар. Өлкән ҡыҙҙары кейәүҙә, икенсе улы колледжда уҡый, ә ҡалғандары мәктәптә һәм балалар баҡсаһында. Рөстәм Рәшит улы балаларын дөрөҫ тәрбиәләп үҫтерә, бөтәһе лә спорт менән шөғөлләнә, яҡшы уҡыйҙар. Бынан тыш, ғаилә башлағы ауыл мәсетендә мулла ла.
Миҙалдар таҡҡан ағай – Миәкә районынан Фаварис Хәсәнов, ул хәрби хәрәкәттәр ветераны. 1985-1987 йылдарҙа Афғанстанда булған, күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө миҙалдар менән наградланған. Әле ул район хакимиәтендә комендант һәм механик булып эшләп йөрөй, ҡатыны менән биш балаға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләйҙәр.
– Был награданы һәйбәт атай булған өсөн биргәндәрҙер инде (көлә). Ҡатыным менән татыу йәшәйбеҙ, балаларҙы ысын кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Үҙем элекке хәрби булараҡ, йәштәргә шуны әйтер инем: илде һаҡлар кәрәк, был ир-атҡа ҡуйылған бурыс, – тине ул.
Өсөнсө геройыбыҙ – Белорет районының Мәхмүт ауылынан Сәлим Асҡаров. Туғыҙ йыл мәктәп директоры булып эшләй, дөйөм педагогик стажы - 34 йыл. Уны уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, ауыл халҡы ла хөрмәт итә, ярата. Ҡатыны Гөлнур Рәүеф ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләйҙәр. Уларҙың өсәүһе – тәрбиәгә, береһе уллыҡҡа алынған. Һәр баланы бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерәләр, спорт менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итәләр, бергәләп туризм менән шөғөлләнәләр. Һарай тултырып һыйыр, йылҡы, кәзә-һарыҡ аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Ғаилә башлығы музыка уйын ҡоралдарында оҫта уйнай, ауылдағы бер сара ла уларҙың ғаиләһе ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы әлеге награданы 2020 йылда булдырҙы. Ул – балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау, тергеҙеү, муниципаль берәмектең, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙың ҡаҙаныштарын йәмәғәтселек тарафынан таныу билдәһе.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.