Йәмғиәт
20 Октябрь 2022, 10:25

Этнографик диктант яҙабыҙмы?

Сара етенсе тапҡыр ойошторола.

Этнографик диктант яҙабыҙмы?Этнографик диктант яҙабыҙмы?
Этнографик диктант яҙабыҙмы?

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто йыл һайын уҙғарылған Этнографик диктантта ҡатнашырға саҡыра. Ул “Халыҡтар күп – илебеҙ берәү генә!” тигән лозунг аҫтында етенсе тапҡыр уҙғарыла.  

Һорауҙар 3 ноябрҙә Ҙур этнографик диктанттың сайтында (miretno.ru) баҫыла. Улар тест рәүешендә төҙөлгән:

20 һорау диктанттың дөйөм федераль өлөшөн тәшкил итә, ул бөтә ҡатнашыусылар өсөн берҙәм; 10 һорау – диктанттың төбәк өлөшө, ул Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн үҙенсәлекле.

Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биргән осраҡта 100 балл ҡуйыла.  Диктант 45 минутта яҙыла.

Сарала ҡатнашыусыларға һөҙөмтәләрҙе шунда уҡ күрһәтеп, электрон сертификат ебәрелә. Быйыл һорауҙарға шунда уҡ дөрөҫ яуап һәм сығанаҡтарға һылтанма менән тарихи белешмә алыу мөмкинлеге һаҡлана.

Мәғлүм булыуынса, былтыр Башҡортостан ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе урын яулағайны. Акцияла бөтәһе 341027 кеше ҡатнашты. Быйыл үҙенең этномәҙәни белем кимәлен тикшерергә теләгәндәр быны 3 ноябрҙән 8 ноябргә тиклем эшләй ала.

Әйткәндәй, диктантты яҙғас та түбәндәге һылтанма буйынса тәғәйен форманы тултырырға кәрәк: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSflFpdFh1PzrxK7xLXWBC00GqQq8xU-

lsZ71IHnXTgHp6aJbg/viewform.

Фото: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас