Йәмғиәт
20 Октябрь 2022, 11:25

Ни өсөн доклад ябыҡ булды?

Бөгөн республиканың хәрби комиссары сығышын депутаттар ябыҡ тәртиптә тыңланы. 

Ни өсөн доклад ябыҡ булды?Ни өсөн доклад ябыҡ булды?
Ни өсөн доклад ябыҡ булды?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ни өсөн хәрби комиссарҙың өлөшләтә мобилизация барышы тураһындағы бөгөнгө ултырыштағы сығышы ябыҡ тәртиптә үтеүен аңлатты.

– Бөгөн беҙ күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр пленар ултырыш һорауҙарының береһен – республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевичтың докладын ябыҡ режимда тыңларға мәжбүр булдыҡ. Украинала махсус хәрби операция үткәреү шарттарында уны үткәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе асыҡ иғлан итеү дошмандың мәғлүмәтте үҙ маҡсатында файҙалана алыу ихтималын тыуҙырыуы бар. Шуға күрә, әңгәмә йөкмәткеле һәм асыҡ булһын өсөн, беҙгә уны ябыҡ тәртиптә үткәрергә тура килде.

Депутаттар мобилизация мәсьәләләрен тәрән белә, күп тапҡырҙар дислокация урындарына барҙы, халыҡтан мобилизацияланғандарҙы тәьмин итеүгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҡағылышлы бик күп мөрәжәғәттәр ала. Был һорауҙарҙың барыһы ла хәрби комиссарға йүнәлтелде.

Тура, асыҡ һөйләшеү килеп сыҡты. Беҙ мобилизация барышында яһалған хаталарҙың төп сәбәптәрен бергәләп билдәләргә, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә тырыштыҡ. Үҙ яғыбыҙҙан, Дәүләт Йыйылышынан Рәсәй Президентының өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһындағы Указын ғәмәлгә ашырыу буйынса төп йөкләмәне башҡарған урындарҙа хәрби комиссариаттарға матди-техник, кадрҙар һәм финанс ярҙамы күрһәтеүгә ҡағылышлы мөрәжәғәт йүнәлтергә ниәтләйбеҙ.

Фото: Уфа1

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас