Йәмғиәт
20 Октябрь 2022, 12:30

“Тормош иптәшемде хәрби хеҙмәткә алдылар..."

Хәрби операцияға йәлеп интелгән ғаиләләргә бизнес-психологтан кәңәштәр. 

“Тормош иптәшемде хәрби хеҙмәткә алдылар..."“Тормош иптәшемде хәрби хеҙмәткә алдылар..."
“Тормош иптәшемде хәрби хеҙмәткә алдылар..."

“Тормош иптәшем Азаматты хәрби хеҙмәткә алдылар. Ике бала тәрбиәләйбеҙ. Тормошобоҙ быға тиклем тигеҙ һәм ыңғай барҙы. Аңлашып, бер-беребеҙҙе яратып йәшәнек. Тормош иптәшем һәйбәт ерҙә эшләне, аҡсаны мул алды. Ғаиләбеҙ башлығы ул ине: бөтә яуаплы ҡарарҙарҙы ҡабул итте, ел-ямғыр тейҙермәне.

Азаматты оҙатҡандан һуң, үҙемде ҡулға ала алмайым. Башҡа насар уйҙар килә, бер ыңғай ғына фекерләп булмай. Ҡурҡыта. Ирем һәм балаларым өсөн үҙгәрергә, насар уйҙарҙы ҡыуырға кәрәклеген һәйбәт аңлаһам да, көс таба алмайым. Ауылда йәшәгәс, психологҡа барып күренеү мөмкинлеге лә юҡ.”

Ләйсән (исем-шәрифемде тулыһынса атарға ҡыймайым.)

 

Гүзәл ФИҘАҒИЕВА-ХАРИСОВА, бизнес-психолог:

- Бөтә илде шундай хис-тойғолар биләп алды. Айырыуса яҡындарын хәрби хеҙмәткә оҙатҡандар ауыр уйҙарға батҡан. Тик был осраҡта шуға иғтибарҙы йүнәлткем килә: борсолоу тойғоһо белдереп, үҙҙәренең һөйөүен күрһәтә тип уйлай. Ә ысынында иһә кеше ҡайғырып, борсолоп йөрөһә, был тойғо мөхәббәт түгел, уның артында ҡурҡыу йәшеренгән. Был ҡурҡыу туғандарығыҙға ла бирелә! Мөхәббәт – ул ыңғай энергия, ҡурҡыу кире йоғонто биргән энергия икәнлеген онотмағыҙ.

Тәү сиратта тынысланығыҙ. Ирегеҙгә, туғанығыҙға, ҡустығыҙға ышанығыҙ. Балалрығыҙға атайҙары тураһында тик яҡшы хәбәр генә һәйләгеҙ: атай - көслө, һау-сәләмәт, һәр бер ҡуйған маҡсатына ирешә белгән ысын ир-егет. Иҫләйһегеҙме, теге саҡ ул (тормоштан алынған хәлде иҫләп миҫал килтерегеҙ) хәлдән тиҙ генә сығыу юлын тапты. Был юлы ла шулай буласаҡ тип тынысландырығыҙ.

Икенсенән, ҡурҡыу тойғоһо йөрөтөп, хәлде бер нисек тә ыңғай яҡҡа үҙгәртеп булмай, ә кире йоғонто яһайһығыҙ: хәлде ала, кәйеф булмай.

Әлеге айырылышыу мәлен файҙаға бороғоҙ: үҙегеҙгә ваҡыт бүлегеҙ. Гимнастика, бәйләү, сигеү йә башҡа берәй хобби табығыҙ. Мин был осраҡта свитер йә йөн ойоҡ бәйләргә кәңәш итәм. Ирем ҡайтҡас кейер тип әҙерләп ҡуйығыҙ. Ирегеҙгә бындай бүләк оҡшар, балалар иһә һеҙҙең көтөүегеҙҙе, тыныс ҡына нимәлер эшләүегеҙҙе күреп хәүефләнмәҫ.

Әлеге мәлдә хәрби хеҙмәткә алынған барлыҡ ир-егеттәргә бары ышаныс, һөйөү һәм йылы һүҙҙәр кәрәк: “мин һиңә ышанам”, “яратам”, “һин булдыраһың” тигән һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып һөйләшегеҙ. Ышаныс, мөхәббәт тойғолары - кешелекте тыныслыҡҡа алып килгән тойғолар, кешенең эске тойғоларын тынысландырған хистәр. Яҡынығыҙ алыҫта булһа ла, һеҙҙең ышанысты тойоп йөрөр. “Ҡурҡам”, “хәүефләнәм”, “ауырыйым” тигән һүҙҙәрҙе бөтөнләй ҡулланмағыҙ. Яҡындарығыҙҙа үҙегеҙ өсөн хәүефләнеү тойғоһо уятмағыҙ. Уның көс-хәлен исрафламағыҙ.

Өйҙә уны көтәләр, яраталар икәнен белеү уларға көс өҫтәр.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас