

Илдә өлөшләтә мобилизация башланғас, хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам ойоштороу маҡсатында Башҡортостанда М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы ойошторолдо. Уның эшмәкәрлеге тураһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан НАСРЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Белеүебеҙсә, бөгөн республикала М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы әүҙем эшләй. Ул кемдең тәҡдиме буйынса булдырылды?
– “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк һәм урындағы бүлексәләре нигеҙендә М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы булдырылды һәм ул 26 сентябрҙән эш башланы. Штабтың эше тәүге көндәрҙән үк яҡшы кимәлдә ойошторолоп, билдәләнгән тәртип буйынса даими алып барыла.
Колл-үҙәккә шылтыратыу килгәндән һуң, ғариза махсус программа операторы аша теркәлә. Уны төрөнә һәм, ниндәй биләмәгә тура килеүенә ҡарап, урындарҙағы штабҡа хәл итеү өсөн тапшырыла. Мәҫәлән, әгәр психологик ярҙам йәки юридик консультация кәрәк булһа, мөрәжәғәт итеүсе менән профилле белгес бәйләнешкә инә. Хужалыҡта йәки көнкүрештә ярҙам кәрәк булһа, ирекмәндәрҙе йәлеп итәбеҙ.
– Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең яҡындарынан һәм туғандарынан ниндәй һорауҙар килә? Улар нисек хәл ителә?
– Һорауҙар төрлө һәм улар бик ҡыҫҡа ваҡытта хәл ителә: кемгәлер – юридик кәңәш, кемгәлер – психологик ярҙам. Бынан тыш, беҙгә көнкүреш мәсьәләләре буйынса ла мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районынан мобилизацияланған ирҙең ҡатыны ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны. Урындағы фермер һигеҙ төргәк бесән алып килде, ирекмәндәр уны бушатыуҙа ярҙамлашты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан өләсәй кеше Һарытауҙа хәрби әҙерлектәге ейәненә посылка йыя башлаған, әммә йоҡо тоғон таба алмаған. Ирекмәндәр уның үтенесен шунда уҡ үтәне – күрше ҡалаға барып, йоҡо тоғон һәм тактик бирсәткәләр алып килеп бирҙе.
Октябрьский ҡалаһындағы Ирекмәндәр штабына мобилизацияланған ирҙең ҡатыны аҙыҡ-түлек алыуҙа ярҙам һорап шылтыратты. Штаб әүҙемселәре уға ярма, макарон ризыҡтары, консерва, йәшелсә алыуҙа ярҙамлашты. Ирекмәндәр ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар тураһында ла онотманы – улар өсөн тәмлекәстәр һатып алғандар. Үрмияҙ ауылынан улы Ҡазанда мобилизацияла булған әсәгә медицина ярҙамы талап ителгән, ул яңыраҡ инсульт кисергән. Ҡатынды стационар дауаланырға оҙаттылар. Тәтешле районынан бер ҡатын ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүҙә ярҙам һораны. Уға ла битараф булмаған кешеләр ярҙам итте – урындағы үҙидаралыҡ органы депутаттары һәм ауыл биләмәһе вәкилдәре утын алып бирҙе. Штаб ирекмәндәре утынды алып килеп бушатты. Октябрьский ҡалаһы ирекмәндәре мобилизацияланған ирҙең ҡатынына фатирҙан төҙөлөш материалдарын сығарыуҙа ярҙамлашты. Ғөмүмән, ошондай өлгөлө миҫалдар бик күп.
– Белеүебеҙсә, мобилизацияланған ғаилә башлығы берҙән-бер ҡараусы булған осраҡтар ҙа бар. Хәҙер, ул ирҙе алып киткәс, ғаиләһе көнкүреш мәсьәләләре менән яңғыҙ тороп ҡалған. Мәҫәлән, ҡуртымға алынған фатир өсөн түләргә кәрәк, әммә ирҙең хәрби хеҙмәте өсөн аҡса килмәгән. Ошондай осраҡта нимә эшләргә?
– Ғаилә башлығы мобилизацияланған хәлдә ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында федераль һәм төбәк кимәлендә хәстәрлек саралары ҡаралған. Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 30-ҙан ашыу ярҙам төрөн үҙ эсенә алған социаль пакетты раҫланы. Ваҡыт үтеү менән был исемлек киңәйер, тип ышанам.
– Ирекмәндәр штабында кемдәр эшләй?
– Республиканан теләгән һәр кеше ирекмән була ала. Бының өсөн Колл-үҙәккә шылтыратырға йәки штабтың төбәк бүлексәһенә килергә кәрәк. Улар – төрлө йәштәге кешеләр. Бында бөтәһе лә ябай – әгәр һинең ярҙам иткең килә икән, ул саҡта беҙҙең ишектәр һәр ваҡыт асыҡ. Әле беҙгә ирекмән булырға теләгәндәрҙән шылтыратыуҙар килеүен дауам итә. Беҙ база булдырабыҙ. Мөрәжәғәттәр һаны артып китһә, алдан инструктаж үткәреп, уларҙы ла йәлеп итәсәкбеҙ. Ирекмәндәр сафына битараф булмаған, асыҡ күңелле кешеләр күпләп ҡушылды, шуға ла уларҙың исемен айырып әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Беҙ берҙәм команда булып эшләйбеҙ.
– Мобилизацияланғандарға Ирекмәндәр штабы аша посылкалар ебәрергә мөмкинме?
– Әлбиттә. Республикала М.М. Шайморатов исемендәге 64 Ирекмәндәр штабы эшләй. Уларҙың 63-ө – “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында. Посылканы ошо Штабтар аша ебәрә алалар.
Уҙған йәкшәмбелә Өфөнән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәренә беренсе ҙур гуманитар конвой юлланды. Унда йылы һәм алмаш әйберҙәр – эске кейем, йоҡо тоғо, флис курткалар, башлыҡ-бирсәткә, резина итектәр, ямғыр плащтары, бәләкәй балаҫтар, тактик күҙлектәр, көрәк-балта, термос, газ баллондары, бысҡылар, канистралар, медицина аптечкалары, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена, тәү сиратта кәрәк булған әйберҙәр һәм башҡалар ебәрелде. Әммә иң мөһиме – беҙҙең Ирекмәндәр штабы аша өйҙән хәбәрҙәр, посылкалар тапшырылды.
– Депутаттар ниндәй ярҙам күрһәтә?
– Бындай белешмәләрҙе туплау эшмәкәрлеген алып бармайбыҙ, сөнки депутаттар мобилизацияланып йәки ирекмән булып махсус хәрби операцияға юлланған ир-егеттәрҙең ғаиләһенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мөмкин тиклем ярҙам күрһәтә. Был осраҡта беҙ Колл-үҙәккә килгән ғаризаларға ярашлы анализ яһайбыҙ.
– Руслан Фәнәвис улы, тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:
– Парламенттың “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ултырышында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам сараларын һораныҡ. Һөҙөмтәлә махсус фонд булдырҙыҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының ярҙамы менән, 1,5 миллион һум самаһы аҡса йыйылыр тип көтөлә. Бынан тыш, финанс мөмкинлеге булған ҡайһы бер депутаттар өҫтәмә ярҙам күрһәтә.
Беҙҙең тәҡдимде эшҡыуарҙар, битараф булмаған граждандар ҙа хуплап ҡабул итте. Яңы йыл алдынан партия булышлығында мобилизацияланғандарҙың балаларына байрам саралары ойошторорға йыйынабыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм уның урындағы партия бүлексәләре офистарында эшләй.
Штаб махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизацияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған. Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы ярҙам да күрһәтә, тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта булышлыҡ итә.
М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына Колл-үҙәк телефоны аша ла мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.
- Рәмилә МУСИНА