

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Журналистар союзының сираттан тыш XXIII съезы онлайн тәртибендә ойошторолдо. Һөйләшеүҙә дүрт мәсьәлә ҡаралды. Республика Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов үткән йылдарҙағы эшкә йомғаҡ яһаны, бөгөнгө эшмәкәрлек тураһында һөйләне, киләсәккә уй-ниәттәре менән таныштырҙы.
Вәдүт Ғәйфулла улы сығышын һөйөнөслө хәбәр менән башланы. Сентябрь аҙаҡтарында Сочи ҡалаһында “Вся Россия-2022” тигән XXVI хәҙерге заман журналистикаһы форумы үткән. Хәйер, был хаҡта мәғлүмәт биргәйнек инде. Унда Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, илебеҙҙә иң эре һәм әүҙем ойошмаларҙың береһе булараҡ, Башҡортостан Журналистар союзының эшмәкәрлегенә бик юғары баһа биргән. Әйткәндәй, иң сағыу исем туйы уҙғарған өсөн беҙҙе Диплом менән дә бүләкләгәндәр. Бынан тыш, 2021 йылғы йомғаҡтар буйынса Журналистар союзы һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Рәсәйҙең ТОП-3 исемлегенә ингән. Шул иғтибарға лайыҡ: рейтинг төҙөгәндә үткәрелгән саралар, союзға ағза итеп алыныусылар, медиаәүҙемлек, сайтта һәм социаль селтәрҙә алып барылған эштәрҙең барыһы ла иҫәпкә алынған. Әлбиттә, был – бер генә кешенең түгел, ғөмүмән, журналистарҙың берҙәм һәм уртаҡ хеҙмәте.
Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, форумда журналистар дискуссияларҙа ҡатнашҡан, түңәрәк өҫтәлдәрҙә фекер алышҡан, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлаған, шулай уҡ күргәҙмәне ҡараған.
Форумда Башҡортостан һәм Донецк Журналистар союздары араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. “Аҡбуҙат” мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары әҙәби-нәфис журналын Өфөлә рус телендә баҫтырып, Донбасс балаларына бүләк иткәндәр.
Ике йыл һуҙымында Журналистар союзы ике күләмле сара ойошторған, урындағы һәм зона кимәлендә лә үткәрелгән. Мәҫәлән, 2021 йылдың яҙ айында Ғафури районында “Медиайыйын” уҙғарылған, быйыл шундай уҡ сара Өфө ҡалаһында “Торатау” конгресс-холында булған.
– Ҡәләм оҫталары журналистика өлкәһендәге заманса мультимедиа проекттарын үҫтереүгә грантҡа дәғүә итә ала, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. – Был турала Ғафури районында уҙған медиайыйында Башҡортостан Башлығының киң мәғлүмәт саралары менән осрашыуында билдәле булды. Ошо аҡсаға сайтты яңыртырға мөмкин, шулай уҡ бүтән төрлө яңы программа йәки ижади проекттарҙы тәҡдим итергә була. Грантҡа тәжрибәле журналистар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй өмөт итә ала.
Тупланған бай тәжрибәне йәш быуынға еткереү, йәштәрҙе эшкә өйрәтеү, ғөмүмән, алмаш әҙерләү – республикабыҙҙың Журналистар союзының мөҡәддәс бурыстарының береһе. Ошо турала Вәдүт Исхаҡов былай тине:
– Яңы шарттарҙа беҙҙең Союздың иң мөһим йүнәлештәренең береһе – Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу, ни тиһәң дә, тап бында киләсәк хәстәрләнә. Башҡортостандың Журналистар союзы инициативаһы менән, шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йортоноң журналистика факультеты деканаты ярҙамында, студенттар менән эшләү яйға һалынды. Тәүҙә йәш хәбәрселәрҙең слеты уҙғарылды, “Башҡортостан” һәм “Республика Башкортостан” республика гәзиттәрендә ҡыҙ һәм егеттәр менән осрашыуҙар уҙҙы. Өлкән быуын журналистары менән вуздың I курс студенттары араһында бәйләнештәр булдырылды.
ZOOM майҙансығында, йәш хәбәрселәрҙең республика фестиваленә ярашлы, республикабыҙҙың Журналистар союзы етәкселеге Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы студенттары менән осрашҡан. Әйткәндәй, ошо сара университеттың башҡорт филологияһы, көнсығыш һәм журналистика факультеты кафедраһы ярҙамында ойошторолған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышынан өҙөк килтерәбеҙ. “Беҙ мотлаҡ рәүештә хәл-торошто өйрәнәсәкбеҙ һәм Башҡорт дәүләт университетында “журналистика” специальносы буйынса бюджет урындарын һаҡлау мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ. Минеңсә, был осраҡта бюджет иҫәбенә белем алыу маҡсатлы булырға тейеш. Уны тамамлаусылар район гәзиттәрендә һәм муниципаль телеканалдарҙа эшләргә тейеш”, – тине Радий Фәрит улы. Һүҙ ҙә юҡ, бюджет урындары артҡан.
Вәдүт Ғәйфулла улы билдәләүенсә, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына иң-иңдәр лайыҡ була. Йыл да мәртәбәле конкурсты республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә Журналистар союзы үткәрә. Ысынлап та, унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Хөкүмәт кимәлендә уҙған премияның күләме – 100 мең һум. Йыл һайын өр-яңы исемдәр менән танышыу – шатлыҡлы күренеш. Бөгөнгә Шәһит Хоҙайбирҙин лауреаты тигән юғары исемде 128 журналист лайыҡлы рәүештә йөрөтә. Төрлө йүнәлештәге мәҡәләләр конкурсҡа килә, илһөйәрлек темаһы – төп урында.
Журналистар, ижад итеүҙән айырмалы, төрлө йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһында ҡәләм оҫталары күпләп ағас ултырта. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы менән Журналистар союзы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылған. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙың Урмансылар паркында йәш үҫентеләр ултыртыу изге йолаға әйләнде. Хәҙер паркта Журналистар аллеяһы барлыҡҡа килде.
Башҡортостан Журналистар союзы менән Өфө ҡалаһы ветерандар ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ысынында, журналистар менән ветерандарҙы күп нәмә бәйләй. Беренсенән, Журналистар союзында бихисап өлкән йәштәгеләр ағза булып тора. Икенсенән, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү күп мәсьәләне еңел һәм тиҙ хәл итеүгә көслө булышлыҡ итә.
2018 йылдан алып Журналистар союзы янында бөтә быуын өсөн журналистар клубы эшләй. Ул ябай ғына ойошма түгел, төрлө осрашыуҙар ойошторола, улар үҙ-ара фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша.
Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән, “Геройҙар уҙышы” федераль проектына ярашлы, “Патриот” паркында уҡытыу-методик үҙәге төҙөлгән. Ошонда илебеҙҙә беренсе тапҡыр киң мәғлүмәт саралары араһында “Медиагеройҙар уҙышы” уҙған. Бәйгелә 300 тирәһе журналист ҡатнашҡан. Бәйге тигәндән, йыл да күренекле диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә “Һүҙ көсө” тип аталған волейбол ярышы үткәрелә, унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта.
Журналистарҙың “Журфест” республика фестивале шаулап-гөрләп уҙа, быйыл ул Ҡариҙел районында ойошторолдо.
– Беҙҙә Союз ағзаларына матди ярҙам даими күрһәтелә, хатта шифаханаларға юлламалар тапшырыла, уны Рәсәй Журналистар союзы финанслай, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. – Ҡыйыу һәм илһөйәр журналистарҙың “ҡыҙыу нөктәләрҙә” эшләүе һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ. Әле лә Донбассҡа командировкаға юлланыусылар байтаҡ.
Башҡортостан Журналистар союзы ойошторған барлыҡ саралар ҙа “Журналист Башкортостана” гәзитендә яҡтыртыла.
Съезда республикабыҙҙың район-ара ижади ойошмаларының рәйестәре менән таныштырҙылар. Мәскәү ҡалаһында 27–29 октябрҙә Рәсәй Журналистар союзының XIII съезы ойоштороласаҡ, уға ун делегат һайланды.
Ошо көнгә хәтлем барыбыҙ ҙа Башҡортостан Журналистар союзының барлыҡҡа килеү ваҡытын 1957 йыл тип белдек. Башҡортостан Журналистар союзы менән республикабыҙҙың Милли архивы күп йылдар эҙләнеү һөҙөмтәһендә яңылыҡҡа тап булған. Баҡтиһәң, Башҡортостан Журналистар союзы 1921 йылдың 7 февралендә төҙөлгән.
- Илдар АҠЪЮЛОВ