Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 05:11

Бында матурлыҡҡа хеҙмәт итәләр

Институт тарихына арналған китап донъя күрҙе.

БДПУ-ның Педагогия институтынан.БДПУ-ның Педагогия институтынан.
Фото:БДПУ-ның Педагогия институтынан.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогия институты ойошторолоп эш башлауға ике тиҫтә йыл тулды. Ошо айҡанлы институттың эшмәкәрлегенә арналған юбилей китабы донъя күрҙе. Был иҫтәлекле ваҡиға уҡыу йортоноң бәләкәй концерт залында йырлы-моңло кисә һәм йылы осрашыу рәүешендә билдәләнде.

Сараның ҡунаҡтары араһында уҡыу йортоноң етәкселәре, Педагогия институтының ветерандары, уҡытыусылары, элекке һәм бөгөнгө сығарылыш студенттары бар ине.

Ҡатнашыусыларҙы университет ректоры Салауат Сәғитов тәбрикләне.

– Педагогия институтына арналған айырым китаптың донъя күреүе – бик әһәмиәтле ваҡиға. Был – ошо изге эште башлаған кешеләргә, бөгөн уны лайыҡлы дауам итеүселәргә хөрмәт билдәһе. Һеҙ белем һәм тәрбиә биреп кенә ҡалмайһығыҙ, ә ерҙә матурлыҡ тыуҙыраһығыҙ, сөнки музыка, сәнғәт – ул гүзәллек өлгөһө, – тине сығышында Салауат Тәлғәт улы.

Артабан уҡыу йортоноң Педагогия институтын асыу башлан­ғысында торған етәкселәргә, төрлө йылдарҙа эшләгән кафедра мөдирҙәренә, уҡытыусыларға тантаналы шарттарҙа юбилей китабы тапшырылды.

– Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иҫтәлекле, байрамса көн, – тип билдәләне Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязов. – Педагогия институты ҡатмарлы, һынылышлы осорҙарҙы еңеп сыға алды һәм тиҫтәләрсә йыл дауамында уңышлы эшләп килә. Уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың күҙендә осҡон балҡыуын, дәртләнеп эшләүен күреүемә шатмын.

Әйткәндәй, Әлфис Суфиян улының үҙенә лә заманында БДПУ-ның Педагогия институтын етәкләргә тура килә. Осрашыу барышында уҡыу йортоноң ветерандары бергә эшләгән йылдарын йылы хәтирәләр аша иҫкә алды.

Сарала ҡатнашыусыларға Педагогия институты директоры вазифаһын башҡарыусы Ирина Боронилова ла йылы, ихлас тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.

– Осрашыу бүләк иткән йылы­лыҡ күңелегеҙҙә оҙаҡ һаҡланһын, аралашыу шатлығы яңы башлан­ғыс­тарға дәртләндерһен. Беҙ хөрмәтле ветерандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, һеҙҙең эште ла­йыҡлы дауам итергә тырышабыҙ. Бөгөн беҙҙә иҫ киткес талантлы студенттар уҡый, уларға ҡарап һоҡланабыҙ. Университетыбыҙ һәм Педагогия институты артабан да үҫһен, яңы ҡаҙаныштарға өлгәш­һен! – тине Ирина Геннадьевна. 

Кисәне институт студент­тарының, музыка һәм хореография кафедралары уҡытыусыларының матур сығыштары биҙәне. Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошо йүнәлештәге уҡытыуҙы ойоштороу башланғысында торған профессор, педагогия фәндәре кандидаты, БР-ҙың халыҡ артисы Зөлфирә Фәрхетдинованың сығышы ла кисәне йәмләне.

Йыр-моңдан, бейеүҙәрҙән торған концерт ҡарап, бер-береһе менән ихлас аралашып, һәр кемдең күңеле булды.

- Г. ВАРИСОВА

Читайте нас