

20 октябрҙә Өфө районындағы “Башсельхозтехника” предприятиеһы базаһынан Александр Доставалов исемендәге батальонға гуманитар ярҙам һәм посылка оҙаттылар.
Гуманитар ярҙам йөгөнә йылы һәм алмаш кейем, аяҡ кейеме ингән – майка, футболка, ойоҡбаш, свитер, олтораҡ, башлыҡ, бирсәткә, берцы, резина итек, эске йылы кейем, шулай уҡ эсәр һыу, консерва, гигиена әйберҙәре, тубыҡса, терһәксә, газ баллондары һәм горелка, йоҡо тоғо, пенканан балаҫ һәм башҡа күп әйберҙәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы төбәк бүлексәләрендәге М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы майҙансыҡтарында гуманитар ярҙам һәм посылкалар ҡабул итеү пункттары ойошторолған.
Фото: Единая Россия Башкортостан (vk.com)