

Игенсенең хеҙмәтен баһалау, уның юлында осрап торған ҡаршылыҡтарҙы һынау өсөн бармаҡтар ҙа етмәҫ. Ҡайһы саҡта һалынған хеҙмәттең, техниканың, һөрөнтө ерҙәрҙең, һауа торошоноң бер сама булыуына ҡарамаҫтан, хужалыҡтарҙың береһендә гектар ҡеүәте – 18-19 центнер, икенселәрендә 40 центнерҙан ашып китеүе лә яҡшы мәғлүм. Сәбәптәрҙең береһе – бураҙналарға төшкән иген орлоҡтарының тослоғонда, ти тәжрибәле баҫыу батырҙары.
Мул уңыш йыйып алынып, киң баҫыуҙар бушап ҡалғас, Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторҙарының туң һөрөүгә төшкән мәлен тап иттек. Етенсе миҙгелде хеҙмәттә үткәреп, хәҙер киләһе йыл уңышына нигеҙ һалған механизатор Анфир Шаморатов беҙҙең элекке танышыбыҙ булып сыҡты. Биш ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләгән атай, егәрле Илеш игенсеһе бына утыҙ йыл инде ауыл хужалығында эшләй, яҙын ер һөрә, йәйен “Сулпан” сапҡысы менән иген культураларын ура, теҙмәгә һала, көҙөн сенаж, мал аҙығы әҙерләй. “Ҡар иреп бөтөү менән ҡырға сығып китәһең дә, уңыш алыуҙы теүәлләгәс, өйгә тыныс күңел менән ҡайтып инәһең”, – ти ул.
Хужалыҡ агрономы Искәндәр Хәлил улы Авзалов быйыл мул иген алыуға өлгәшеүҙәренән ҡәнәғәт. “Дөйөм алғанда, иген культураларының һәр гектарынан 35,5 центнер уңыш йыйылды. Илеш егеттәре быйыл да һынатманы, – ти йәш белгес. – Йыл һайын ике мең тоннаға яҡын элиталы орлоҡ һатабыҙ, республика хужалыҡтарын ғына түгел, күрше өлкә ауыл хужалығы предприятиеларын да сифатлы орлоҡ менән тәьмин итәбеҙ. “Яҡшы орлоҡ – мул уңыш нигеҙе” тигән фекерҙе эшебеҙҙә йыл да иҫбатлайбыҙ. Үҙебеҙ өсөн киләһе йылға етерлек итеп орлоҡҡа һалдыҡ. Һолоноң, яҙғы бойҙайҙың ғына дүртәр сорты, ҡарабойҙайҙың ике сорты бар. Беҙ уларҙы тейешле кондицияға еткереп, хужалыҡ маркаһын һуғып, сифатлы орлоҡҡа ихтыяж кисергән ауыл хужалығы предприятиеларына оҙатабыҙ”.
– Тимәк, элиталы орлоҡ булғанда, һәр хужалыҡ юғары уңышҡа өмөт итә ала инде, Искәндәр Хәлил улы? Тик ни өсөн һәр хужалыҡ бындай сифатлы орлоҡто үҙе әҙерләй алмай?
– Бының өсөн баҫыуҙан ҡайтмай, көн-төн ҡуна ятып эшләргә кәрәк, – тине уйынлы-ысынлы агроном. – Тәүҙә элиталы орлоҡто һатып алып, айырым баҫыуға сәсәһең, тәрбиәләйһең, тейешле техника һатып алаһың, күҙәтәһең, сортты сығарған ғалимдар аҙаҡ орлоҡ сифатын тикшереп, уға баһа бирә. Шулай итеп, ике-өс үткәндән һуң элиталы орлоҡҡа эйә булаһың. 2018 йылда орлоҡ иләй торған агрегаттар алдыҡ, ғөмүмән, техниканы яңыртып ҡына торабыҙ. Өҫтәүенә, ашламаларҙы ваҡытында дөрөҫ ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең район республикала элиталы орлоҡ һатыу буйынса беренселәр рәтендә, әле шундай мөһим эште алып барған ун хужалығыбыҙ бар.
“Ни өсөн бөтә хужалыҡтар ҙа беҙҙең тәжрибәгә таянмай?” тигән һорауға яуап бар: сөнки юғары уңышлы орлоҡ һәм ашлама алыу өсөн һәр хужалыҡтың да әйләнештә капиталы етерлек түгел. Ҡайһы берәүҙәр сығымдарҙың көҙ игенгә хаҡтар юғары булмағанда ла кире ҡайтарыласағына ышанмай. Элиталы орлоҡ һәр йәһәттән дә отошло. Әлбиттә, ҡапыл ғына юғары сифатлы иген үҫтереүгә тотоноуы мөмкин түгел, аҡсаһы ла, белеме лә, күнекмәһе лә, теләге лә кәрәк. Тик тәүге уңыш шатлығын татығандан һуң һеҙҙең иҫкесә эшләргә теләүегеҙгә ышанмайым. Иген һәр ваҡытта ла арзан тормаясаҡ бит.
– Ниндәй иген культураларына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Игенселекте үҫтереү өсөн районыбыҙҙа бөтә мөмкинлектәр бар. Быйыл хужалыҡтың 660 гектарында күп йыллыҡ үлән, 400 гектарҙа ужым бойҙайы, 1620 гектарҙа яҙғы бойҙай, 1670 гектарҙа арпа сәстек. Ҡарабойҙай, борсаҡ, рапс майҙандары ла ярайһы. Тәүәккәлләп, быйыл тәүге тапҡыр ҡуҙаҡлыларға ҡараған сояны сәсеп ҡарарға булдыҡ. Элегерәк, ҡояш яҡтыһы етешмәҫ тип, был маржиналь табыш килтергән үҫемлекте сәсергә баҙнат итмәгәйнек. Шулай итеп, ябай булмаған шарттарҙа ла алдынғы алымдарҙы, яңы ресурс һаҡлаусы технологияларҙы индереү, тәжрибә уртаҡлашыу мөһим, – ти Искәндәр Хәлил улы.
Илеш крәҫтиәндәренә ҡайһы бер хужалыҡтарға ҡарағанда эште ойоштороуы еңелерәктер ҙә, сөнки улар ауырлыҡтарға әҙерлекле, бында орлоҡсолоҡ хужалыҡтарының эше яҡшы ҡуйылған, район шарттарына ярашлы орлоҡ запасы ла етерлек. Техниканың тейешле күләмдә булыуы сәсеү һәм урып йыйыу эштәрен дә тейешле агротехник срокта үткәрергә мөмкинлек бирә. Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһына бына туғыҙ йыл инде етәкселек иткән 35 йәшлек Вадим Хәлил улы Авзаловты был юлы тап итә алмаһаҡ та, хужалыҡтың ышаныслы, тәүәккәл йәштәр ҡулында булыуын күрҙек һәм һөйөндөк.
- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
Илеш районы