Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 15:15

Хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде

Төбәктең терроризмға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабының берлектәге ултырышы үтте.

Хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелдеХәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде
Хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде

Бөгөн, 21 октябрҙә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең терроризмға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабының берлектәге ултырышын үткәрҙе.

Көн тәртибендә – энергетика, транспорт объекттарында, шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларында хәүефһеҙлекте арттырыу.

"Инфраструктура объекттарының тотороҡло эшләүе беҙҙең өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Уларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеү өсөн бөтә хеҙмәттәрҙең эшен тейешенсә көйләү һәм бынан алдағы ултырыштарында әҙерләгән ҡарарҙарҙы яуаплы үтәү зарур", - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ултырышта ҡатнашыусылар министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың эш тәртибен ҡараны, предприятиелар һәм ойошмалар менән үҙ-ара оператив хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас