

Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың сихри тәбиғәт мөйөшөн төйәк иткән Еҙем-Ҡаран – республикала ғына түгел, бүтән өлкәләрҙә лә киң билдәле ауыл. Ул Ғафури районы үҙәге Красноусолдан төньяҡтараҡ 46 километр һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 63 километр алыҫлыҡта Тәпәреш йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улысы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Күрпәс-Табын улысы Еҙем ауылы башҡорттары нигеҙ һалған, 1786 йылдан Яңы Еҙем (Яңы Еҙем-Ҡаран) исеме менән йөрөй. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы урынлашҡан.
Бында илһам шишмәһе бар
Еҙем-Ҡаранда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған. Бөгөн район ғорур рәүештә уның исемен йөрөтә. Мәҙәниәт йорто эргәһендә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы урынлашҡан. Уның ҡапҡаһын асып инеүгә һәр кемде әҙиптең һәйкәлдәге һыны ҡаршы ала. Музейҙың дүрт экспозиция залы бар, һәр береһе үҙенсәлекле һәм ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Залдарҙың береһендә шағир йәшәгән осор ҡомартҡылары – халҡыбыҙҙың боронғо тормош-көнкүрешен сағылдырған этнография күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Артабан яҙыусының тормошо һәм ижадына арналған материал, әҙиптең күп томлыҡ китаптары, төрлө йылдарҙа нәшер ителгән әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин. Музейҙа ололар менән бер рәттән балалар ҡатнашлығында Хәтер кисәләре, шиғриәт байрамдары һәм башҡа саралар уҙғарыла.
– Еҙем-Ҡаранда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури исемендәге парк төҙөкләндерелә: әлегә юлдар һалынды, күпер төҙөлдө, беседкалар ҡуйылды. Белеүебеҙсә, бында заманында шағирыбыҙҙы илһамландырған шишмәләр бар. Мәжит Ғафури “Ете шишмә” тигән шиғыр ҙа яҙып ҡалдырған. Ошо паркты тергеҙеү, матурлау маҡсатында “Мәжит Ғафури паркының икенсе һулышы” тип аталған проектты ғәмәлгә ашырабыҙ, – тип һөйләне Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Валерий Мөхәмәтйәров.
Шулай итеп, бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури исемендәге паркын тергеҙеү эше әүҙем бара. Быға түбәндәге матур яңылыҡ сәбәпсе: Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе, Президент гранттары фонды конкурсында еңеп, 488,4 мең һум күләмендә грант яулаған.
– “Мәжит Ғафури паркының икенсе һулышы” проектын тормошҡа ашырабыҙ. Был – ауылыбыҙ өсөн бик мөһим урындарҙың береһе, шуға күрә уны төҙөкләндереү, матурлау тураһында күптән хыяллана инек. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, конкурста ҡатнашырға ниәт иттек һәм еңеп сыҡтыҡ, – тине проект етәксеһе Гөлнур Шәйәхмәтова.
Әйткәндәй, Еҙем-Ҡаран ауылы биләмәһе хакимиәте урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дәүләт ярҙамынан файҙаланыу маҡсатын ҡуя, шуға күрә төрлө программаларҙа үҙ көсөн даими һынай. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса “МТЗ-82”, янғын һүндереү машинаһы һатып алынған. Йәнә дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә янғын һүндереү депоһы төҙөлә.
Белем усағы – тормош сығанағы
Еҙем-Ҡаран ауылындағы мәктәптең “Шағир-яҡташыбыҙ Мәжит Ғафуриҙың мираҫы” проекты ла Мәҙәни башланғыстарҙың президент фонды конкурсында еңеп сыҡҡан. Әлбиттә, белем биреү усағы был теманы юҡҡа ғына һайлап алмаған. Һөҙөмтәлә мәктәптә шағир мөйөшө булдырылған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты йыһазландырылған. Бының өсөн 392 мең һумлыҡ грант аҡсаһы файҙаланылған.
Ошо проекттың авторы Гөлнур Батыршинаның белдереүенсә, кабинет өсөн хәҙерге заман техникаһы, ҡорамалдар һатып алынған, китаптарҙы килтереү өсөн заказ бирелгән. Тиҙҙән улар был үҙенсәлекле класс бүлмәһен биҙәйәсәк. Стенд та мәғлүмәттәргә бай: унда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, шағир, фольклорсы, драматург Мәжит Ғафури, Өфөләге һәм Еҙем-Ҡарандағы мәшһүр әҙипкә бәйле урындар менән танышырға мөмкин. “Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Мәжит Ғафури – халыҡ хәтерендә. Уның ижады мәңгелек. Киләсәк быуын вәкилдәре лә уның әҫәрҙәрен өйрәнәсәк”, – тине Гөлнур Әнүәр ҡыҙы.
Белеүебеҙсә, “Мәғариф” милли проектының “Хәҙерге заман мәктәбе” федераль проекты буйынса республика райондарында байтаҡ мәктәптә ғилми йүнәлешле “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре эшләй. Бындай үҙәк Еҙем-Ҡаран мәктәбендә лә бар. “Химия”, “Биология”, “Физика” кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү генә түгел, ә балаларға робот техникаһы, проектлау, һанлы белем биреү буйынса ла эш алып барыла. Шулай итеп, һәр уҡыусыға ижади эшләү өсөн шарттар булдырыла. Педагогтар белдереүенсә, бында балаларға технологик оҫталыҡ менән бергә гуманитар белем дә берҙәй етди бирелә.
Үҙгәрештәр һоҡланыу хисе уята
Ғафури районы ҡуйы урмандары, бейек тауҙары, ҡурай моңондай сылтырап аҡҡан йылғалары менән таң ҡалдыра, уның ябай, эшсән, уңған халҡы, таланттарға бай кешеләре лә һоҡланыу хисе уята. Өҫтәүенә, улар дәүләттең төрлө ярҙам сараларын файҙаланырға ынтыла. Еҙем-Ҡаран ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғоловтың һөйләүенсә, 2016 йылдан алып “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашалар. Шулай итеп, 2017 йылда был ауыл биләмәһенә ҡараған Имәндәш халҡы өсөн “МТЗ-82” тракторы һатып алынған. Уның суммаһы 1 миллион 400 мең һум тәшкил иткән. Был сумманың 1 миллион һумы республика бюджетынан субсидия булһа, ауыл биләмәһе бюджетынан – 150 мең һум, бағыусылар – 100 мең һум, ауыл халҡы 150 мең һум аҡса тапшырған. Бынан тыш, ауыл биләмәһе халҡы өсөн 2018 йылда ҡар таҙартыу роторы, 2019 йылда – янғын һүндереү машинаһы, 2021 йылда янғын һүндереү машинаһы өсөн йылытылған гаражға эйә булғандар. Быйыл иһә Юрмаш ауылынан проект тәҡдим ителгән һәм бигерәк тә ҡышҡы осорҙа ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн кәрәк “МТЗ-82” тәгәрмәсле трактор һатып алынған.
Әйткәндәй, имәндәштәр Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында “Гәлсәр Еҙемгә – таҙа ярҙар” тигән проект менән еңеү яуланы. Проект Юрмаш ауылы эргәһендәге Еҙем йылғаһы буйын таҙартыуға йүнәлтелгән. Тағы бында сүп-сар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Грант суммаһы 378 мең 110 һум тәшкил итә.
Тағы шул күҙгә салынды: хәҙер был төбәктәге юлдар һоҡландыра. Белеүебеҙсә, бынан ике йыл элек республика Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районына эш сәфәре ваҡытында юл төҙөү кәрәклеге хаҡында әйткәйне. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Сәйетбаба – Красноусол юл киҫелешенән Еҙем йылғаһының һул ярына, уның ҡаршыһындағы Ташаҫты ауылына тиклем, шулай уҡ Ҡарағай, Имәндәш ауылдары аша бына тигән заманса япмалы 7,5 километр оҙонлоғондағы юл һалынған. Тағы Ҡауарҙынан Еҙем йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Тайыш ауылына тиклем ете километр арауыҡтағы юлға ваҡ таш түшәлгән. Һөҙөмтәлә ошо төбәктәге халыҡтың тормошо күпкә яҡшырған. Шулай итеп, бөгөн Имәндәш төп һәм Ҡарағай тулы белем биреү мәктәптәренә уҡыусылар автобустарҙа даими йөрөтөлә. Юғиһә быға тиклем көҙгө-яҙғы осорҙа быны атҡарыу бик ауыр булған.
Тағы Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған грант ярҙамында Еҙем буйында, Уҡлыҡая итәгендә “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы барлыҡҡа килгән. Был проектты “Башҡортостан Республикаһының Ғафури муниципаль районы үҫешенә ярҙам итеү” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды ярҙамында әҙерләгән. Уның төп маҡсаты – йәш быуынға төрлө халыҡ кәсептәрен өйрәтеү. “Башҡортостан йөрәге” – Ғафури районының ғына түгел, республиканың да бренды ул.
Оҫтахана ҡурай сәскәһен хәтерләткән һигеҙ тирмәнән тора. Уларҙың иң ҙуры – конференциялар үткәреү залы. Өс тирмә башҡорт милли биҙәүестәрен һәм милли аҙыҡ-түлекте әҙерләү оҫтаханаһы өсөн тәғәйенләнгән. Ә ҡалған дүртәүһе республиканың һәм Ғафури районының ҙур һанлы башҡорт, татар, рус һәм сыуаш милләттәрен сағылдыра. Муниципалитет грантҡа тағы ла бер нисә проект әҙерләй. Улар ҙа киләсәктә тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Тарихын һаҡлаған быуындың киләсәге бар
Имәндәш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Имәндәш, Тайыш, Ташаҫты ауылдарынан балалар уҡый. Белем усағына Әлфинә Мәхмүтова етәкселек итә. Имәндәш ауылы килене, өс бала әсәһе Әлфинә Фәрит ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының филология факультетын тамамлаған. 2016 йылда ул “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы финалына сыҡҡан, Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булған.
Бында балаларҙы яратҡан, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған уҡытыусылар эшләй. Шундайҙарҙың береһе – Анфиса Мәхмүтова директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы. 2019 йылда, ул ауыл ерендә эшләгән йәш белгес булараҡ, 600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Бынан тыш, Анфиса Айрат ҡыҙы, “Йыл уҡытыусыһы-2022” һөнәри бәйгеһендә ҡатнашып, “Иң ижади эшләгән уҡытыусы” номинацияһында еңеү яулаған. Әйткәндәй, бында уҡыусылар спорт менән бик теләп шөғөлләнә. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең волейбол, көрәш буйынса дәрестәре үтә. Был киләсәк быуын вәкилдәре физкультура менән спортҡа ылығып үҫә, тимәк, сәләмәт була, тигән һүҙ.
Мәктәптең китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Быйыл тап ошо музей “Мәктәп музейы: хазиналар һәм серҙәр утрауы” исемле проект менән Рәсәй Президенты гранты конкурсында еңеп сыҡҡан. Белем биреү усағы етәксеһе Әлфинә Мәхмүтованың һөйләүенсә, был музей экспонаттарын яңыртыу, компьютер, интерактив экран һатып алыу, күсмә күргәҙмә булдырыу мөмкинлеген биргән. Бынан тыш, өлкән класс уҡыусыларынан эҙәрмәндәр отряды төҙөп, Тайыш ауылы янында боронғо Имәндәш ҡаласығы булған урында ҡаҙыу эштәрен тергеҙеүҙе планлаштыралар. “Мәктәп музейының асылыуын оҙаҡ көттөк”, – тине Әлфинә Фәрит ҡыҙы.
Һәр төбәктең данлы шәхестәре бар. Имәндәштәр ҙә исемдәре төрлө тарафтарға таныш яҡташтары менән ғорурлана. Мәҫәлән, билдәле тележурналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүрә Ғилманова туған мәктәбендә йыш була. Ул уҡыуҙа һәм спортта алдынғы балалар өсөн үҙ премияһын булдырған, быйыл да өс уҡыусыға премия тапшырҙы. “Һеҙ – ауылдың киләсәге. Тыуған ерегеҙҙә ысын хужа булып йәшәгеҙ”, – тигән теләктәрен дә еткерҙе ул.
Исемдәре тотош донъяға билдәле спортсыларҙың биографияһына күҙ һалһаҡ, уларҙың байтағы ауылда тыуған. Был иһә чемпион булыу өсөн әллә ниндәй шәп шарттар түгел, бары ихтыяр көсө, сәмселлек, тырышлыҡ, маҡсат ҡуйып, шуға ынтылыу кеүек сифаттарға эйә булыу кәрәклеген аңлата. Имәндәш ауылынан да ошондай спортсы сыҡҡан. Илфат Рәжәпов – һәүәҫкәр боксёр, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы, Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, Европа чемпионаты финалисы, Европа чемпионатында көмөш миҙал яулаусы. Ул күп тапҡыр Рәсәй чемпионы тип танылған. 2000 йылда Сиднейҙа үткәрелгән Олимпия уйындарында ҡатнашҡан.
Имәндәш мәктәбендә музей асыу айҡанлы үткәрелгән тантанала Ғафури районы советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ошо төбәк депутаты Фаил Зәйнетдинов урында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың уңышлы эшләүе, һөҙөмтәлә ошондай музейҙың асылыуы һәм башҡалар хаҡында һөйләне. Ғафури районы хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы Ольга Кулинич артабан да имәндәштәргә уңыштар теләне һәм Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ғафури районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатов райондағы мәктәптәрҙең ете проект буйынса еңеү яулауы хаҡында әйтте. “Был белем усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға булышлыҡ итә”, – тине ул.
1976 – 1984 йылдарҙа Имәндәш мәктәбе директоры булған Ғәлинур Ҡалмырҙин, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Нәзифә Арыҫланбәкова, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәре, мәктәп коллективы һәм уҡыусылар ҡатнашты. Сара уҡыусыларҙың, ағинәйҙәрҙең сағыу йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Әйткәндәй, мәктәп яны биләмәһендә алма, сейә, ҡарағат һәм башҡа емеш ағастары үҫә, йәшелсәнән дә ярайһы ғына уңыш алалар. Помидор, сәскә үрсетмәләрен мәктәптә үҙҙәре үҫтерәләр.
Имәндәш мәктәбе – Ғафури районында һыйыр малы аҫраған берҙән-бер мәктәп. Бында ике һыйырҙың һөтөн һауып тапшыралар, көҙ башмаҡтарын һатып, мәктәп кәрәк-ярағына аҡса эшләйҙәр. Шулай итеп, барлыҡ мөмкинлектәрҙән файҙаланып, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышалар.
...Ғафури районы халҡының әүҙемлеге, һуңғы йылдарҙағы төбәктәге ыңғай үҙгәрештәр һоҡландыра. Уларҙың заман ауырлыҡтарына һылтанмай, бирешмәй, алға ынтылыуы, матур йәшәргә тырышыуы – үҙе бер һоҡланғыс күренеш. Тимәк, киләсәктә барыһы ла һәйбәт буласаҡ, барыһы ла көйлө барасаҡ. Илһөйәрлек тә тыуған төйәккә һөйөүҙән башлана шул.
- Айһылыу НИЗАМОВА