Йәмғиәт
21 Октября 2022, 04:39

Илшат ил хәстәре менән яна

Ҡарабәрҙеләр һәм ҡунаҡтар иң беренсе Хәбибйән урамынан үтә.

Өфө тарафтарынан килгәндә “Ейәнсура районы” тигән яҙыу урынында күптәр иҫтәлеккә фотоға төшә. Ошо стеланы саҡ ҡына үткәс, Иҫәнғолға барыр өсөн һулаҡайға боролорға кәрәк, ә уң яҡҡа ҡайырылһаң, “Энәк” совхозының Үҙәк усадьбаһы (халыҡ телендә – Ишемғол), Кәлимулла, Ҡужабаҡ, Назар, Яңы Николаевка һәм Яңы Себенле ауылдары. Элегерәк был яҡтарҙа Ҡарабәрҙе тигән ауыл да бар ине, заманында “киләсәге юҡ” тип бөтөрөлгән. “Мусин” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илшат МУСИН беҙҙе тап ошо юл сатында ҡаршы алды һәм уның оҙатыуында шул төбәккә юлландыҡ.

 

– Беҙгә билдәле булыуынса, һеҙ фермерлыҡ эшен бер ҙә район үҙәге Иҫәнғол ауылына яҡын ерҙә түгел, ә йыраҡта – Ырымбур өлкәһе сигендә йәйелдергәнһегеҙ. Ҡарабәрҙе ауылы тирәһендәге иркенлеккә ҡыҙыҡтығыҙмы, әллә уның төбөндә бүтән сәбәп бармы?

– Үҙем Ишемғолда тыуып үҫкәнмен, тыуған ауылым Ҡарабәрҙенән бик йыраҡ түгел. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, ул 1933 йылда “Энәк” совхозы ойошторолған ваҡытта ошо хужалыҡтың үҙәк усадьбаһы булараҡ барлыҡҡа килгән. Эргәләге Яңы Себенле ауылында күренекле психолог Вадим Сафин, билдәле яҙыусы Булат Ишемғол донъяға килгән. Былары һүҙ ыңғайында ғына. Һеҙҙең һорауға килгәндә, ысынлап та, бында күҙ күреме етмәҫлек ерҙәр йәйрәп ята, заманында баҫыуҙарҙа булған һәм игенде күпләп үҫтергәндәр. Ерҙәрҙе буш ятҡырмау, уларҙы ташландыҡ хәлгә ҡалдырмау, яҡшы һәм дөрөҫ итеп эшкәртеү уйы күңелемә һис кенә лә тынғылыҡ бирмәне. Был – бер. Икенсенән, Илдар, һин яҡташым булғас, Ҡарабәрҙе тигән бик күркәм ауылдың бөтөүен беләһең инде. Ҡарабәрҙе йылғаһы тыныс ҡына аға ине, хәҙер быуа ғына бар. Ул Яңы Себенле ауыл советына ҡараны. Ҡыҫҡаһы, маҡсатым – Ҡарабәрҙегә икенсе һулыш биреү.

– Бынан бер нисә йыл элек, туғанлыҡ ептәрен нығытыу һәм хәтерҙе яңыртыу ниәтенән Ҡарабәрҙе ауылында “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамы шаулап-гөрләп үтте. Сарала ҡатнашыу өсөн алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайҙан ғына ҡайт­манылар. Барыһы ла “ауылды терге­ҙәйек” тип бер ауыҙҙан фекер белдерҙе. Әле был тәңгәлдә хәлдәр нисек?

– Был ауыл Иҫәнғолдан – 26, ә “Ира – Магнитогорск” оло юлынан кәмендә 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Йәйгеһен иһә Күгәрсен менән Ейәнсура райондары сигенән боролһаң, һөҙәк тау аша төшһәң, юл тағы ла ҡыҫҡара. Заманы шундай булған инде, уға бик ҡаты мөһөр һуғылған. Бына ошо саранан һуң дәүләт кимәлендә бик ҙур пландар тормошҡа ашырылды. Илһөйәр эшҡыуар Хәйҙәр Ғайсиндың тырышлығы менән ата-бабаларыбыҙҙың нигеҙенә йән өрөү башланды. Ҡарабәрҙегә электр сымдары һуҙылыуы, газ торбалары үткәрелеүе, юл һалыныуы һәм башҡа изге эштәр – шуға асыҡ миҫал. Халыҡтың рәхмәте сикһеҙ Хәйҙәр Миңшәриф улына. Ул атай нигеҙенә заманса йорт һалды. Ауылдың социаль инфраструктураһы үҫешенә лә ҙур йоғонто яһаны. Хәйҙәр Мусиндың ярҙамында ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булғас, тыуған ауылына ҡайтыусылар артҡандан-артты.

2015 йылда бында Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары хөрмәтенә таҡтаташ асылды, унда 101 кешенең исем-шәрифе яҙылған.

– Илшат Риф улы,  Хәбибйән урамынан атлап үттек, унда әллә күпме асылмаған тарих. Кемдәрҙең генә аяҡ эҙе ҡалмаған?! Ә кем ул Хәбибйән?

– Хәбибйән Хәйҙәр Ғайсиндың ҡартатаһы, йәғни Миңшәриф олатайҙың атаһы. Бик уҡымышлы кеше булған, тыуған ауылында ғына түгел, яҡын-тирәлә ныҡ абруйлыларҙан һаналған. Уның һүҙенән сыҡмағандар, ярҙам йәки кәңәш һорап, тупһаһы аша атлап ингән берәүҙе лә кире бороп сығармаған. Уның ҡатыны Рабиға Кәлимулла ҡыҙының даны егәрле һәм аш-һыуға оҫта булыуы менән тирә-яҡҡа таралған.

Ҡарабәрҙенең танылған шәхестәре тураһында ла онотмайбыҙ. Мәҫәлән, күренекле педагог, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Иҙрисов, шиғри йыйынтыҡтар авторы Шаһивилдан Иҙрисов тыуған ауылы тураһында хәстәрлек күрҙе, ауылды тергеҙгән Хәйҙәр ағай Мусиндың хеҙмәте лә ифрат ҙур булды. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан гимны авторы, билдәле дирижер Фәрит Иҙрисовтың ата-бабалары ла тап ошонда ғүмер иткән.

Әле бында йыл әйләнәһенә “Ҡарабәрҙе” тип аталған турист базаһы эшләй. Унан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй. Ҡупшы һәм иркен йортта юбилей, кисә, осрашыу кеүек төрлө саралар даими ойошторола. Экологик йәһәттән таҙа тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Йәйен-ҡышын балыҡсылар йыш килә, ҡыш миҙгелендә сана өйөргә һәм саңғыла йөрөргә була.

– Һеҙ – районда ғына түгел, тотош республикабыҙҙа билдәле фермер. Уңыш сере ниҙә?

– Дөрөҫөн әйткәндә, фермер өсөн көн дә, төн дә юҡ, тигәндәй. Быны зарланыу тип ҡабул итмәгеҙ, киреһенсә, иге-сиге күрен­мәгән ерҙәремдең барлығына шатланам. Ошо ер беҙҙе йәшәтә.

Дөйөм ауыл хужалығы ерҙәре 1230 гектар майҙанға йәйелгән. Уның сик түгел икәнен дә йәшермәйем. Шуның 80 процентына иген сәсәм. Әйткәндәй, быйылғы уңыштың муллығы, бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙең төшөнә лә инмәгәндер. Беләһегеҙме, ужым бойҙайы мул уңыш бирҙе. Бер гектарҙан 35 центнер бойҙай алдыҡ та ҡуйҙыҡ. Яҙ сәскән иген культураларының гектар ҡеүәте унан саҡ ҡына әҙерәк – 30 центнер тирәһе. Ашлыҡты Маяҡ ҡасабаһындағы (Күмертау ҡалаһына инә) элеваторға тапшырҙыҡ. 400 гектар майҙанға көнбағыш сәстек. Ейәнсура районында үҫкән, көнбағыштан май иң тәмлеһе, был арттырыу түгел. Быны беҙҙең яҡтарҙа заводтарҙың юҡлығы менән аңлаталар.

– Хөкүмәтебеҙ фермерҙарҙы ярҙа­мынан өҙмәй...

– Ысынында, илебеҙ Хөкүмәте лә, Башҡортостан Хөкүмәте лә фермерҙарға төрлө яҡлап булышлыҡ итә. Техника алыу йүнәлешендә булһынмы, бүтән төрлө ярҙаммы, барыһын да тоябыҙ, рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Өҫтәүенә район хакимиәте лә ҡыҙыҡһынып тора, бергә-бергә эш итәбеҙ. Бынан өс йыл элек өр-яңы “МТЗ-82” маркалы белорус алғайныҡ, сәғәт кеүек эшләй. Ғөмүмән, автопарк даими тулылана һәм яңыртыла.

– Илшат Риф улы, бөгөн һеҙҙең етәкселектә эшләүселәр нимә менән мәшғүл? Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, әллә барыһы ла өйҙә ятамы?

– Ошо көндәрҙә көҙгө арышты сәсеүҙе тамамланыҡ, ул 220 гектар майҙанды алып тора. Ерҙе туңға һөрҙөк. Хужалыҡта бит эштәр тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ҡош-ҡорт тигәндән, пай ерҙәре өсөн халыҡҡа ашлыҡ өләштек, сират тороп, унан бигерәк, ҡыуанып алдылар. Кешеләрҙең шат йөҙҙәрен күреү – фермер өсөн ҙур һөйөнөс. Ошо фекер менән бүтән коллегаларым да килешәлер. Әле техника рәтләү менән мәж килгән һәр кемдең киләсәккә ышанысы көслө һәм һәммәһе лә ҙур өмөт менән йәшәй.

Ир-ат күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тибеҙ. Хужалығымда 50 йылҡы иҫәпләнә. “Ни өсөн ат аҫрайһың?” тип ҡыҙыҡһы­ныусылар бихисап. Ат яратам, шуның өсөн тотам. Киләсәктә, бәлки, ҡымыҙ бешербеҙ, ҡаҙы әҙерләрбеҙ. Әле өҙөп кенә яуап бирә алмайым. Уның ҡарауы, йылҡы малын арттырыу тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ.

– Һеҙ ерҙәрҙе буш ятҡырмауҙан тыш, бер тиҫтәнән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин иткәнһегеҙ. Хеҙмәткәр­ҙәрҙең кәйефе нисек?

– Эш хаҡын ваҡытында түләйем, бынан тыш өҫтәмә түләүҙәр ҙә ҡаралған. Һәр береһе менән аңлашыу көслө, барыһы ла эш тип яна. Һәр кемдең ғаиләһе бар, балалары буй еткерә. Ауылда эше булғанды иң бәхетле кешегә тиңләйҙәр. Илнур Хәйбуллин, Әхмәт Бикйәнов, Айрат Хәсәнов, Фәнис Байсурин, баш агроном Рөстәм Хәсәновтарҙан уңдым. Бер ҡасан да “мин – етәксе”, “һин – эшсе” тип юғарынан ҡараманым. Хужалыҡта бергә ҡайнайбыҙ. Ашығыс икән, комбайнға ултырып сығып китәм, кәрәк икән, ең һыҙғанып трактор ремонтлай башлайым. Эште айырмаҫҡа бәләкәйҙән өйрәттеләр.

– Тыл тыныс саҡта ғына эштәрең уң барасаҡ?

– Ғаиләм – ҡәлғәм, тип ғорурлыҡ менән әйтергә яратам. Һөйөклө кәләшем Әлфиә – Ишемғол ауылы мәктәбендә башланғыс клас­тар уҡытыусыһы. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, шәхсән минең өсөн дә мөғәллимә ул. Һәр йәһәттән дә терәк-таянысым һәм яҡын кәңәшсем. Ниндәй генә һорау килеп тыумаһын, иң беренсе уның фекерен тыңлайым. Һәр саҡ сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Улыбыҙ Руслан – табип. Каникулға йәки бүтән ваҡытта ауылға ҡайтҡанда, йүгереп килеп етә. Ҡыҙыбыҙ Розалия X класта уҡый, әлегә киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағын ҡысҡырып һөйләп йөрөмәй. Ул шулай булырға тейеш тә, һәр кемдең сере бар. Кинйәбеҙ Арыҫлан иһә – IX класта. Ул инде йышыраҡ минең янда урала. Минеңсә, балаларыбыҙ тәүге сиратта күңелдәре яратҡан һөнәр һайлаһын, кемгә генә уҡыһалар ҙа, кеше булып ҡалһын.

– Илшат Риф улы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һәр эшегеҙ уң барһын!

- Илдар АҠЪЮЛОВ
     Ейәнсура районы

Читайте нас