Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 04:28

Күмәк тырышлыҡ һөҙөмтәгә илтә

Бар ғүмерен ауыл хужалығына хеҙмәт итеүгә арнаған механизаторҙарҙы тыуған ере ситкә ебәрмәй.

Автор фотолары.  Рәшит Яҡупов 45 йыл ауыл хужалығында тир түгә.Автор фотолары.  Рәшит Яҡупов 45 йыл ауыл хужалығында тир түгә.
Рәшит Яҡупов 45 йыл ауыл хужалығында тир түгә.Фото:Автор фотолары.

Ғафури районының “Уңыш” крәҫтиән хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең тәжрибәле механизаторҙары менән дан тота. Районға  эш сәфәребеҙ барышында ялан батырҙарының бер нисәһе менән осраштыҡ.

Рәмзил Сәғитов – Ҡыҙыл Яр ауылынан. Армиянан ҡайтҡандан алып ауыл хужалығында эшләй. “Ситкә сығып китергә уйлағайным да, ауыл осонан кире боролдом. Тыуған ерҙең көсө нығыраҡ булып сыҡты”, – ти 37 йыл рәттән ошо тармаҡта тир түккән заманда­шыбыҙ. Тап ошо һөнәрҙе һайлауы атаһының комбайнсы булып эшләүе менән бәйле. Дүртенсе кластан уның эргәһендә комбайнсы ярҙамсыһы булып йөрөп, был эштең бар нескәлеген белеп үҫә. Тәүҙә тыуған ауы­лындағы Мәжит Ғафури исемендәге колхозда тракторсы, комбайнсы булып эшләй. “Уңыш” хужалығында тир түгеүенә лә 12 йыл. Ураҡ мәлендә комбайнда уңыш йыя, сәсеү мәлендә яңы  К-744 тракторында сәсеү, ер һөрөү менән мәшғүл. Быйылғы уңыштан ҡәнәғәт. Алдынғы хеҙмәткәр “Дон” комбайнында  көнөнә уртаса 16-17 бункер иген һуғылғанын белдерҙе.

Ошо хужалыҡтың тағы ла бер тәжрибәле механизаторы менән күрештек. Ул – Бурлы ауылынан Рәшит Яҡупов. Механизатор булыуына 45 йыл, хаҡлы ялдамын тип тормай, һаман да сафта. Ошо хужалыҡта эшләүенә 22 йыл булып киткән. 

– Техниканы тиҙ генә белеп бөтөп булмай. Йәш саҡта үҙемде ололар өйрәтә торғайны, хәҙер йәштәргә кәңәштәремде бирәм. Ситкә китмәй ауыл тормошон үҙ иткән егеттәр булыуы һөйөнөслө. Тимәк, беҙгә алмаш бар, – ти хеҙмәт алдынғыһы.

Ниндәйҙер маҡтау көтмәй, сабыр ғына ил бураларын иген менән тултырған, халыҡты икмәкле иткән ялан батырҙарына рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Беҙ барғанда хужалыҡта игендең һуңғы баҫыуында эш тамамланыу алдында ине. Ужым, ярауай бойҙай, арпанан гектар көсө уртаса 35-әр центнер тәшкил иткән.

– Урыны менән гектар ҡеүәте 50-шәр центнерға тиклем еткән яландар булды. Һауа торошоноң ыңғай тороуы, минераль ашламаны тейешенсә индереү, химик утауҙы ваҡытында башҡарыу – барыһы ла мул уңыштың нигеҙе. Көнбағыш майҙаны иһә 1300 гектар тәшкил итә. Шулай уҡ ужым культураларын сәсеүҙе лә тамамланыҡ. Киләһе йыл өсөн етерлек күләмдә орлоҡ һалынды, ерҙе туңға һөрөү ҙә алып барыла, – тип һөйләне хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов.

Ғөмүмән, район буйынса ла күрһәткестәр ҡыуандыра. Ғафури районының мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Юрий Радионов әйтеүенсә, иген культу­раларының дөйөм майҙаны –16 мең гектарҙан ашыу, быйыл 54 мең тонна иген һуғып алынған, гектар ҡеүәте 32,5 центнерға еткән.

“Сатурн” крәҫтиән-фермер хужалығы, шәхси эшҡыуар “Тахтаров Г. М.”, “Восход- СТ” аграр предприятиеһы, “Агрохим” ауыл хужалығы предприятиеһы – һәр саҡ алдынғылар рәтендә.

Быйыл ғафуриҙар рапс, етен, соя һымаҡ майлы культураларҙы байтаҡ үҫтергән. Ике хужалыҡ беренсегә соя сәсеп ҡараған. “Сатурн” хужалығы был культураны өсөнсө йыл сәсә һәм уртаса гектарынан 30-ар центнер уңыш алыуға өлгәшкән.

Биш хужалыҡ шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән, сентябрь аҙағында уларҙың өсәүһе татлы тамыр сығарыуға тотонғайны. Уның уңышы гектарынан 258 центнер тәшкил иткән. Район буйынса татлы тамыр 1 мең ярым  гектарға яҡын майҙанды биләй.

– Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы былтыр күберәк булғайны. Быйыл йәй көндәрҙең ҡоро тороуы, сентябрҙә генә ямғыр яуыуы уңышҡа кире йоғонто яһаны, – тине Юрий Александрович.

 Күмәк тырышлыҡ менән яҡшы уңыш үҫтереүгә өлгәшә ғафу­риҙар. Уларҙы уңышлы итеп һатыу ҙа көнүҙәк бурыс.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ғафури районы

Рәмзил Сәғитов атаһының һөнәрен һайлаған.Рәмзил Сәғитов атаһының һөнәрен һайлаған.
Рәмзил Сәғитов атаһының һөнәрен һайлаған.
Читайте нас