

Республикабыҙҙа матур оҙон ғүмер кисереүселәр тураһында әленән-әле ишетелеп тора. Шуларҙың береһе - Бишбүләк районында йәшәүсе Таисия Павлова. Ошо көндәрҙә ул 100 йәшен билдәләгән. Ул 1922 йылда Каменка ауылында донъяға килгән.
Таисия Павлова һөйләүенсә, ул ун класты тамамлағас та, үҙҙәрендәге мәктәптә эшләй башлай. Бер үк ваҡытта Бәләбәйҙәге педучилищела ситтән тороп белемен тәрәнәйтә. Төрлө йылдарҙа башланғыс кластар уҡытыусыһы ла, китапханасы ла, тәрбиәсе лә булып эшләп хаҡлы ялға сыға, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була. Ул - өс ул үҫтергән абруйлы әсәй ҙә. Бөгөн уларҙың береһе - Михаил Иванович - ҡәҙерлеләрен хәстәрләүҙе үҙ өҫтөнә алған.
Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә тигән һорауға Таисия Петрова: "Уның бер ниндәй сере юҡ. Иң мөһиме - намыҫың ҡушҡанса йәшәргә, эшеңде ысын күңелдән башҡарырға, башҡаларҙы һәм уларҙың хеҙмәтен хөрмәт итергә кәрәк", - тип кенә яуаплай.
Таисия Петрованы ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, балалары хөрмәтендә-хәстәрендә ҡыуанып-шатланып, бер нимәгә мохтажлыҡ кисермәй йәшәүен теләйбеҙ.
Фото: интернет селтәренән.