

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең республикала алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү менән ныҡлап шөғөлләнә башланылар, тик был мәсьәлә ваҡыт һәм ойоштороу эше генә түгел, ә ҙур финанс сығымдары ла талап итә, сөнки буласаҡ фатир хужалары түләгән аҡса намыҫһыҙ төҙөүселәр кеҫәһендә эҙһеҙ тип әйтерлек юғалған. Әле был ғәҙелһеҙлекте төҙәтеү ниндәй кимәлдә, уны ҡабат булдырмау буйынса ҡануниәт вәкилдәре һәм төҙөлөш тармағы етәкселәре, хоҡуҡи органдар тарафынан ниндәй саралар күрелә?
Ысынлап тотонһаң, хәл итеп була ине
Рәсәйҙә был проблеманың барлыҡҡа килеүенә хәтһеҙ ваҡыт үтте, һәм уның йылдар буйы хәл ителмәүенә аптырамай ҙа башлағайныҡ инде. Әммә хәләл аҡсаһын фатир кеүек иң ҡиммәтле әйбер алыуға тотонған һәм торлаҡһыҙ тороп ҡалғандар өсөн был фажиғәгә тиң. Һуңғы йылдарҙа мәсьәләне хәл итеү урынынан ҡуҙғалды. Күптән түгел гәзитебеҙ, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Башстрой” һәм “Башхимремонт” компаниялары алдаған 68 өлөшсөнөң, ахыр килеп, үҙҙәренең әҙер фатирҙарына инеү мөмкинлеге алыуы тураһында хәбәр иткәйне.
– Торлаҡ төҙөлөп бөттө, кешеләр быны күрә. Беҙ һеҙҙең финанс проблемаһын хәл иттек, тейешле схеманы таптыҡ, кисекмәҫтән фатир хужаларына асҡыстарын тапшыра башлағыҙ – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә.
Республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фонды был объектты тамамлай алһын өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 117 миллион һум бүленгән. Шулай итеп, хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителде.
Ә ни өсөн алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү шулай оҙаҡ барҙы? Ни өсөн республикабыҙҙың бөгөнгө етәкселеге генә был проблеманы уңышлы атҡара башланы? Бер нисә йыл элек беҙҙең гәзит биттәрендә Башҡортостан прокурорының ул саҡтағы урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова менән әңгәмә баҫылғайны. Ул ошо һорауға былай тип яуап бирҙе: “Был төрҙәге енәйәт эштәрен тикшереүҙең оҙаҡ барыуы ҡатмарлы суд экспертизалары яһау кәрәклеге менән аңлатыла. Ҡағиҙә булараҡ, тикшеренеүҙәрҙе Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәге үткәрмәй, шуға күрә улар махсуслашҡан коммерция ойошмаларына тапшырыла, ә был иһә байтаҡ матди сығымдар һәм ваҡыт талап итә. Унан тыш, зыян күреүселәргә түләтеү маҡсатында ғәйепле яҡтың мөлкәтенә арест һалыу ҙа проблемалар тыуҙыра: ҡағиҙә булараҡ, енәйәт эшен асҡан мәлдә шикле кешеләрҙең һәм уларҙың яҡын нәҫел-нәсәбенең мөлкәте булмай сыға. Шулай уҡ енәйәт эштәрен тикшергән саҡта тәфтишселәрҙең оператив-эҙләнеү органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең тейешле кимәлдә булмауы ла эште тотҡарланы, алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын боҙоуға алып килде. Оператив хеҙмәткәрҙәр енәйәт эштәренә ҡағылышлы иҫбатлау мәғлүмәттәрен йыйырға, анализларға, теркәп барырға бурыслы ине, ләкин улар үҙ ваҡытында барлыҡ сараларҙы ла күрмәне. Тәфтишселәрҙең күрһәтмәләре тулы күләмдә үтәлмәне һәм улар насар башҡарылды. Урланған аҡсаны кемгәлер һәм ҡайҙалыр тапшырыу каналдары, уның ҡайҙа тотонолоуы асыҡланманы.
Ошо Фонд ярҙам итә
Башҡортостанда намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмалары арҡаһында зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын аяҡҡа баҫтырыу буйынса саралар күрелеүе дауам итә. Был мәсьәләне хәл итеүҙә ҡулланылған механизмдарҙың береһе – Биләмәләрҙе үҫтереү фондының (элекке “Төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды”) компенсация түләүҙәре.
– Был Фонд менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә беҙ алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүҙә байтаҡҡа алға китә алдыҡ, – ти республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Тамамланмаған төҙөлөш объекттарын төҙөп бөтөү тураһында ҡарарҙар ҡабул итеүҙән башҡа, 1748 кешегә дөйөм суммаһы 3,3 миллиард һум булған аҡсалата компенсация бирелде. Был түләү йорттарын төҙөп бөтөү мөмкин түгел икәнлеге асыҡланған граждандарға бирелә.
Ошо йыл башынан Фонд Туймазылағы “Стройпрофиль” һәм Өфөләге “Амрита” йәмғиәттәренән зыян күргән граждандарға компенсация биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Артабан башҡа төҙөлөш ойошмалары буйынса ла ошондай уҡ эш башланасаҡ.
Ә төҙөлөш дауам итәсәк объекттарға килгәндә, Фондтың Күҙәтеү советы финанслашыу буйынса ҡарарҙы 53 объектҡа ҡарата ҡабул иткән. 34 объект 2022-2023 йылдарҙа төҙөлөп бөтәсәк. Төҙөүсе ойошма бурыстарын үҙ өҫтөнә Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды ала. Артем Ковшов белдереүенсә, был объекттар буйынса республиканың 480 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы талап ителә. “Был сумма бөтә объекттарҙа ла төҙөлөштө тамамлауҙы иҫәпкә алып һаналды. Әммә фонд документтарҙы ентекләп өйрәнгән саҡта ҡайһы бер объекттар буйынса компенсация түләү мәсьәләһе лә ҡабул ителеүе ихтимал”, – тине Артем Ковшов.
Биш йыл көттөләр
Бындай проблемалы объекттарҙың оҙаҡҡа һуҙылғандары ла бар. Мәҫәлән, Өфөнөң Киров районындағы “Черемушки” торлаҡ комплексының буласаҡ хужалары – ә улар 700-ҙән ашыу кеше – фатир асҡыстарын биш йыл көттө.
Тотҡарланған объектта яңы төҙөлөш ойошмаһы “Монолитинвестрой” 2021 йылдың йәйендә эш башлағайны. Бер йылда улар бинаны милекселәре күсеп йәшәрлек хәлгә килтерҙе. Ошо яңы коллектив “Һаҡлыҡ банкы”нан 300 миллион һумдан ашыулыҡ проектты финанслауға өлгәшкәйне.
– Эштәге иң етди мәсьәләләрҙең береһе тышҡы һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу арҡаһында булды, – ти төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Илшат Әхмәтов. – Күп фатирлы торлаҡ йортто файҙаланыуҙы был мәшәҡәт күпмегәлер тотҡарланы.
Тимәк, йортто тәүҙә төҙөй башлаған подрядсы был селтәрҙе булдырыу кәрәклеген алдан хәстәрләмәгән. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин әйтеүенсә, бөтә проблемалы объекттар ҙа министрлыҡтың иғтибар үҙәгендә, әммә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүгә байтаҡ ваҡыт сарыф итергә тура килә. “Черемушки” комплексында ла бер нисә тапҡыр кәңәшмә үткәрелгән, уларҙың һуңғыһында әлеге тышҡы һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын, ниһайәт, аныҡ билдәләүгә өлгәшкәндәр, был иһә күп фатирлы торлаҡ йорттоң әҙер булыуын тиҙләткән.
Ике тапҡырға кәметеү – һәйбәт күрһәткес
Бөгөнгә беҙҙең республикала проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрынан, төҙөлөш тамамланыу сәбәпле, 34 объект алып ташланған, өс мең кеше үҙ фатирҙарының асҡысын алған, әле ошо исемлектә 97 торлаҡ йорт иҫәпләнә. Алданған өлөшсөләр – дүрт меңгә яҡын кеше. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда алданған өлөшсөләр һаны ике тапҡырға тиерлек кәмегән. Был турала төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдерҙе.
– Быйыл алданған өлөшсөләр ете меңдән 3900-гә тиклем кәмене. Йыл дауамында 22 проблемалы объект буйынса мәсьәлә хәл ителде, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ил Президенты Владимир Путин, был мәсьәлә буйынса ҡушҡан бурыстарҙы 2024 йылға тиклем хәл итергә кәрәк, тип белдергәйне. Республика етәксеһе әйткәнсә, әгәр эш артабан да ошондай темпта барһа, төбәктә алданған өлөшсөләр проблемаһы билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ хәл ителәсәк.
– Төҙөлөш сәйәсәтенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе – намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлек итеү, – тине Радий Фәрит улы. – Был эшмәкәрлек үҙенең йоғонтоло булыуын күрһәтте лә инде. “КилСтройИнвест” компанияһы етәкселегенең, мәҫәлән, 2,4 миллиард һумды урлауы буйынса шау-шыулы процесс ғәйепләү хөкөмө сығарыу менән тамамланды. Шуны айырым билдәләп үткем килә: алдаҡсыларҙы беҙҙең төҙөлөш баҙарына индермәү өсөн бар сараларҙы күрәсәкбеҙ.
Алданған өлөшсөләр хоҡуғын яҡлау йәһәтенән Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәйҙең Биләмәләрҙе үҫтереү фонды менән берлектә ҡарарҙар ҡабул итә. Республика йортонда үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтенең Фонд менән артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде. 2022 йыл аҙағына саҡлы 25 йортта туҡтатылған төҙөлөш майҙандарын тергеҙеү, кәрәк осраҡта өлөшсөләргә аҡсаһын ҡайтарыу мөмкинлектәре ҡараласаҡ, тине Фондтың генераль директоры Константин Тимофеев. Республикала йәнә 4 меңгә яҡын алданған өлөшсө ҡала. Уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә ойоштороласаҡ, тине ул.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН