Йәмғиәт
22 Октябрь 2022, 18:30

Доға ҡылдылар

Изге сара республиканың 16 мәсетендә бер юлы үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. 

Доға ҡылдыларДоға ҡылдылар
Доға ҡылдылар

Бөгөн Өфөлә, М. Солтанова исемендәге мәсеттә махсус хәрби операцияла бурысын үтәгән яугирҙәрҙең һаулығы һәм именлеге өсөн күмәкләп доға ҡылыу ойошторолдо.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. Доғаларҙы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин уҡыны.

Был хаҡта Азат Бадранов шәхси сәхифәһендә алдан хәбәр иткәйне. Изге сара республиканың 16 мәсетендә бер юлы үтте.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов мәсеттә ҡорбан ашында күмәкләп намаҙ уҡыуҙың һәм башҡа ирекмәндәр менән бергә махсус операция үткәреү зонаһына оҙатыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне.

Бөгөн һәммәбеҙгә берҙәмлек кәрәк - еңеү өсөн иң мөһим шарттарҙың береһе. Ошо хаҡта һәр кемдең онотмауы мөһим.

Фото: "Республика Башкортостан".

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас