

Кисә Сибай ҡалаһында эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булды. Зариф Закир улы Сибайҙа йәшәгән һәм дүрт балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән Батыр Изиковтың йортонда булды.
Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров рәйеслегендә Башҡортостандың атайҙар советы күп балалы Изиковтар өсөн «Һин яңғыҙ түгел» хәйриә программаһында координатор булып сығыш яһаны. Быға тиклем яңғыҙ атай ярҙам менән депутатҡа мөрәжәғәт иткән. Ул һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, үтек, кәстрүлдәр кәрәк, тигән.
Рәйес «Истоки» фондына мөрәжәғәт иткән һәм «Ғаилә» көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге менән берлектә бөтә кәрәкле документтарҙы йыйыуҙы ойоштороп, ғаилә өсөн ихтыяждар исемлеген төҙөлгән. Батыр Изиков һәм балалары көтөлмәгән ярҙам өсөн бик шат.
Фото: vk.com/bayguskarov_z_z