

24 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктәге юл комплексының һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерлеген тикшерҙеләр.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков хәбәр итеүенсә, инфраструктура объекттарын, тармаҡ предприятиеларын әҙерләү алдан уҡ башланған һәм билдәләнгән график буйынса бара.
– Юл япмаһы торошон баһалау һәм һауа шарттары мониторингын 65 автоматлаштырылған комплекс ярҙамында үткәрәбеҙ. Юл хәлен контролдә тотоу өсөн тәүлек әйләнәһенә Юл хужалығы идаралығының ситуация үҙәге, “Урал буйы федераль автомобиль юлдары идаралығы”, “Башкиравтодор” федераль ҡаҙна учреждениеларының диспетчер хеҙмәттәре эшләй, – тине Виктор Жульков. – Һауа торошо насарайған осорҙа юлдарҙың иң хәүефле участкаларының урау маршруттары һәм автотранспорттың ваҡытлыса туҡтау урындары өсөн майҙансыҡтар билдәләнде.
Был йәһәттән ҡышҡы миҙгелдә федераль трассаларҙа – 457, төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙа 1 338 берәмек техника эшкә йәлеп ителәсәк. Хәҙерге ваҡытта ҡаланың техника парктарында 849 таҙартыу машинаһы иҫәпләнә. Боҙлауыҡҡа ҡаршы юлдарҙы эшкәртеү өсөн ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы әҙерләгәндәр.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҡышҡылыҡҡа әҙерлек бер нисә йүнәлеш буйынса алып барылды. Улар – юлдарҙы һәм ихата биләмәләрен тәртиптә тотоу, йылы биреүҙе, авария хеҙмәттәренең әҙерлеген тәьмин итеү.
– Миҙгел башына 370 авария-тергеҙеү бригадаһы ойошторған һәм ремонтлау персоналы менән комплектлаған – бөтәһе 2,3 меңдән ашыу белгес. Коммуналь техника, кәрәкле ҡорамалдар һатып алдыҡ, – тип билдәләне төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. – Тармаҡ предприятиелары план режимында эшләй.
Башҡортостан Башлығы ҡышҡы миҙгелдә юл-коммуналь хеҙмәттәрҙең эше яйға һалынған булырға, йылдам барырға тейешлеген билдәләне.
– Беҙ кәрәкле техника һатып алдыҡ. Алдағы һалҡын осорҙа иң мөһиме – ойошҡанлыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Айырыуса иғтибарҙы республиканың баш ҡалаһына бүлегеҙ. Быйыл ҡар менән "һуғыш"та еңелмәгеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.