

Әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү сараларына арналған брифинг бара. Унда, федераль булышлыҡ сараларынан тыш, төбәктеке тураһында ла һүҙ бара. Кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға министрҙар, төрлө яуаплы ведомстволар етәкселәре яуап бирә.
"Әлеге ваҡытта республикала норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләнә, улар мобилизацияланғандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының ҙур пакетын ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәк. Был өс закон һәм 22 акт", тип хәбәр итте вице-премьер – финанс министры Лира Иғтисамова.
Акттар октябрь аҙағына тиклем әҙерләнә, закондар – ноябрҙә. Уларҙың бер өлөшө 2 ноябрҙән үҙ көсөнә инә.
Ярҙам итеү саралары иҫәбендә 100 мең һумдан кәм булмаған номиналдағы газ сертификаттары бар, улар менән мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре газ үткәргестәргә тоташа ала.
Брифинг барышында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аңлатыуынса, льготалар алыу өсөн хәрби хеҙмәткә йәлеп ителгәндәрҙең ғаиләләренә профилле ведомствоға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Юл йөрөүгә льготалар биреү өсөн документтар пакеты кәрәк, деталдәр тейешле норматив актта яҙыла.
“Әгәр туҡланыу буйынса льгота бар икән, мәктәп етәкселегенә еткерегеҙ. Шулай уҡ Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин, тиҙҙән Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла мөмкин буласаҡ”, - тине Ленара Иванова.
Тейешле льготалар биреү өсөн төп документ – хәрби комиссариат биргән мобилизациялау тураһында белешмә, тип билдәләне ул.
Фото: newsbash.ru