

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, Волга буйы федераль округы кураторы Дмитрий Чернышенко Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған граждандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ төбәктәрҙә ошо мәсьәләләр буйынса мәғлүмәт биреүҙе ойоштороу тикшерелде.
“Төбәктәр халыҡҡа һәм уларҙың ғаиләләренә кәрәкле ярҙам сараларын ғәмәлгә индерә. Улар иҫәбендә – мәктәптәрҙә бушлай туҡланыу, балалар баҡсаһы өсөн түләүҙе бөтөрөү һәм башҡалар. Әммә кешеләр ҡайһы саҡта был ярҙамға эйә булыу алымын аңлап етмәй. Уңайлы булһын өсөн төбәктәрҙең рәсми мәғлүмәт ресурстарында ярҙам саралары навигаторы асырға тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, өлөшләтә мобилизация ҡағылған һорауҙар буйынса мәғлүмәт биреү маҡсатында асылған “122” ҡыҙыу элемтәһе Волга буйы федераль округы төбәктәрендә даими эшләй, нормативтар теүәл үтәлә. Беҙ ошо мәсьәләләрҙе йылдам хәл иткән губернаторҙарға рәхмәтлебеҙ”, - тине Дмитрий Чернышенко.
“Округ төбәктәре өлөшләтә мобилизацияға бәйле бөтә ойоштороу мәсьәләләрен мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә тырыша. Беҙ уларға йылдам ярҙам күрһәтәбеҙ, эште көйләйбеҙ. Ярҙам Ватанды һаҡлаусылар хәрби хәрәкәттәр зонаһына киткәндән һуң да дауам итергә тейеш. Бынан тыш, дәүләт бурысын үтәп ҡайтҡан яугирҙәргә дауаланыу, реабилитацияланыу һәм социаль яраҡлашыу йәһәтенән айырым иғтибар биреләсәк. Волга буйы федераль округы ошоға әҙерләнә, төбәк властары уларға ваҡытында төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк”, – тип өҫтәне Игорь Комаров.
Вице-премьер һәм Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле шулай уҡ округ төбәктәрендә “122” ҡыҙыу элемтәнең һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы өлөшләтә мобилизация буйынса мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү өсөн төҙөлгән сервистарҙың эшен тикшерҙе.
Фото: government.ru/news
Сығанаҡ: https://npa.bashkortostan.ru