Йәмғиәт
24 Октябрь 2022, 15:45

"Шүлгәнташ" музейы һоҡландырҙы. Яңыһы төҙөлә башлай

Республиканың тарихи-мәҙәни мираҫ объекттары нигеҙендә йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү нисек бара?

"Шүлгәнташ" музейы һоҡландырҙы. Яңыһы төҙөлә башлай"Шүлгәнташ" музейы һоҡландырҙы. Яңыһы төҙөлә башлай
"Шүлгәнташ" музейы һоҡландырҙы. Яңыһы төҙөлә башлай

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республиканың тарихи-мәҙәни мираҫ объекттары нигеҙендә йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды.

Төбәктә был мәсьәләне хәл итеү буйынса планлы эш ойошторолған. Ғәмәлгә ашырылған проекттар хаҡында Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Олег Полстовалов һөйләне.

Башҡортостанда йәмғеһе 5 717 мәҙәни мираҫ объекты, шул иҫәптән тарих, ҡала төҙөлөшө һәм архитектура ҡомартҡылары бар. Уларҙың 900-ҙән ашыуы Өфө биләмәһендә урынлашҡан.

– Ил Президенты Владимир Путин 2022 йылды Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан итте. Шуның менән бәйле тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын иҫәпкә алыу, популярлаштырыу, һаҡлау, тораҡ пункттарҙың тарихи йөҙөн тергеҙеү айырым әһәмиәткә эйә булды, – тине Олег Полстовалов. – Идаралыҡ 2019 йылдан төбәктә юғары тарихи-мәҙәни һәм туристик ҡеүәткә эйә айырым үҫеш зоналары – тарихи биләмәләр булдырыу буйынса эш ойошторҙо.

2022 йылда дүрт республика йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу проекты Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсында еңеүсе булды. Улар иҫәбендә – Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Яңауыл биләмәләрен төҙөкләндереү концепциялары. Ә 2018 йылдан Башҡортостанда бөтәһе 26 проект конкурс еңеүселәре булды.

Олег Полстовалов Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексын төҙөү биләмәләрҙең тәбиғи-тарихи потенциалын үҫтереүгә комплекслы ҡараш өлгөһө тип атаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2022 йылдың 9 июлендә асылды.

– Яңы объект Көньяҡ Урал аръяғында ҙур йәмәғәт киңлеген булдырыуға шарттар тыуҙырҙы, – тине ул. – Музей комплексы урынлашҡан Морат туғайы Шүлгәнташ мәмерйәһенә туристик маршруттар тура килгән төп нөктәнән ғибәрәт.

Объектты үҫтереү концепцияһы бер нисә функциональ зона булдырыуҙы күҙ уңында тота – музей, мәмерйә, ҡунаҡхана комплексы, ял өсөн майҙансыҡтар, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өсөн павильондар менән ял итеү биләмәһе.

Олег Полстовалов инвесторҙарҙың йәмәғәт киңлеген булдырыуҙа ҡатнашыуға теләген билдәләне. Бынан тыш, республика Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә ғариза әҙерләгән.

Республикала башланған тағы ла бер ҙур проект – Шишмә районында Турахан кәшәнәһе биләмәһендә Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу. Объекттың концепцияһы менән Башҡортостан Башлығы 2022 йылдың июлендә таныштырҙы.

– Эш этаплап бара, беҙ ижади эҙләнеүҙәр стадияһында, ғилми, археологик тикшеренеүҙәр алып барабыҙ. Киләһе йылда музей биләмәһендә визит-үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Ул фән, мәҙәниәт һәм туризмды үҙ эсенә аласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл Өфөлә Октябрь революцияһы урамын яңыртыуға тотонабыҙ. Был проект баш ҡаланың 450 йыллығы уңайынан ғәмәлгә ашырыла.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар мәҙәни мираҫҡа ҡараған күсемһеҙ милек объекттарын муниципаль милектән республика милкенә тапшырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы төбәк Хөкүмәтенә ошо башланғысты өйрәнергә ҡушты. Бынан тыш, республика кимәлендә ҡәнәғәтләнерлек түгел хәлдәге мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙергә әҙер инвесторҙар өсөн ҡуртым түләүен билдәләү юлдары ҡараласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас