

20 октябрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Федерацияһында сит ил граждандарын социаль һәм мәҙәни яраҡлаштырыу, уларҙы интеграциялау сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған семинар булды. Сара 2025 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарылды.
Сарала дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашты. Семинарҙы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге ойошторҙо.
Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һәм Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов сарала телмәр тотто. Рәсәй Фәндәр академияһы Федераль социологик ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Демографик тикшеренеүҙәр институтындағы этнодемографик һәм интеграция процестары бүлеге етәксеһе, Рәсәйҙең Милләттәр эше буйынса федераль агентлығы етәксеһе кәңәшсеһе Виктория Леденева “Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында сит ил граждандарын социаль һәм мәҙәни яраҡлаштырыу һәм уларҙы интеграциялау сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” тигән темаға сығыш яһаны.
Сараның икенсе өлөшөндә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм бәхәсле хәлдәрҙе алдан уҡ иҫкәртеү өлкәһендә Дәүләт мәғлүмәт мониторинг системаһының муниципаль операторҙары өсөн онлайн-семинар ойошторолдо. Сараны Марат Мәрҙәнов алып барҙы.
Фото: cgi-rb.ru