

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм партияның урындағы бүлексәләре нигеҙендә М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса 26 сентябрҙә эшләй башлағайны. Уҙған аҙнала штабтың колл-үҙәге 1093 шылтыратыу ҡабул иткән. Шуларҙы үтәү өсөн 403 ғариза әҙерләнде, 347-һе үтәлде, 56-һы буйынса эш бара.
Адреслы ярҙам күрһәтеү һәм өлөшләтә мобилизация мәсьәләләре әүәлгесә мөрәжәғәттәрҙә төп тема булып ҡала. Ирекмәндәр ғариза биреүсе иҫәбенә тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәр, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек килтерә. Психологик йәки юридик консультация кәрәк булған осраҡта, ғариза биреүсе менән белгес бәйләнешкә инә. Бынан тыш, улар йорт эштәрендә йә хужалыҡта ярҙам итә.
Һалҡындар башланыу менән колл-үҙәккә көҙгө баҫыу эштәрендә, мал аҙығы, ҡышҡа утын әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү менән бәйле ғаризалар һаны арта. Был мәсьәләләр йылдам хәл ителә, уларға эшҡыуарлыҡ һәм депутаттар берләшмәләре йәлеп ителә. Мәҫәлән, Тәтешле районында йәшәгән ҡатын ҡышҡа утын әҙерләүҙә ярҙам һорай. Урындағы үҙидара органдары депутаттары һәм ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре утын һатып алыуҙа булышлыҡ итә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Балтас районындағы урындағы бүлексәһенең М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына мобилизацияланған яугирҙең әсәһе утын ярышыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Штаб әүҙемселәре Штәнде ауыл Советының Әрҙәгеш ауылына ярҙамға ашыҡты. Мобилизацияланған яугирҙең әсәһе баҡсаһынан үҫентеләрҙе һәм сүп үләндәрен ситкә сығарып түгеү өсөн Бишбүләк районының Ирекмәндәр штабынан транспорт биреүҙәрен һорай. Штаб ирекмәндәре, депутаттар һәм йәш юнармеецтар сүп-сар тейәүҙә ярҙамға килә. Салауат районынан ҡатын аҙыҡ-түлек килтерешеүҙе һорай. Көн дауамында штаб ирекмәндәре кәрәкле аҙыҡ-түлек йыйылмаһын уға илтеп тапшыра. Өфө һәм Дүртөйлө райондарында мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын ташығандар.
Мохтаждарға ярҙам колл-үҙәк операторының шылтыратыуҙы ҡабул итеүенән башлана. Республикала М.М. Шайморатов исемендәге 64 ирекмәндәр штабы эшләй: береһе – “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты нигеҙендә һәм 63-ө – партияның урындағы бүлексәләрендә.
“МногодетОК” ишле ғаиләләр берләшмәһен ойошторған Ирина Сухарева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мобилизация шарттарында ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында яҙҙы. Уның билдәләүенсә, “дәүләт яғынан байтаҡ эш башҡарыла, әммә партияның урындағы бүлексәләре, ойошмалар, йәштәр, битараф булмаған ябай граждандар берләшеп, ярҙам күрһәтелә”. Ирина Сухарева Шайморатов штабына, “МногодетОК” проектына, “Беҙ бергә” штабына, “Ярҙам” йәштәргә ярҙам үҙәге проектына, “Игроняни” проектына, “Шайморатов вариҫтары” студенттар отрядына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин булыуы тураһында белдерҙе.
Фото: М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы.