

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был кесаҙнала, 27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ менән “тура бәйләнеш” үткәрәсәк. Уны тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында, Башҡортостан-24, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдарында, “Юлдаш” радиостанцияһында ҡарарға һәм тыңларға була. Шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша ла тура эфир ҡаралған. Һорауҙарҙы интернет аша ебәрергә була.
Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика етәксеһе был аралашыу тураһында хәтергә төшөрҙө.
– Был һөйләшеү ябай түгел, республика халҡынан бик күп һорауҙар килә. Мин уларға яуап бирергә тырышырмын, – тине Радий Хәбиров.
Фото: социаль селтәрҙәр.