Йәмғиәт
24 Октябрь 2022, 11:45

Ҡышҡа әҙерлек дауам итә

Башҡортостан муниципалитеттары дөйөм хаҡы 363 миллион һумдан ашыулыҡ 56 берәмек коммуналь махсус техника һатып алырға ниәтләй

Ҡышҡа әҙерлек дауам итәҠышҡа әҙерлек дауам итә
Ҡышҡа әҙерлек дауам итә

Республиканың коммуналь хеҙмәттәре ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнә. Башҡортостан муниципалитеттары дөйөм хаҡы 363 миллион һумдан ашыулыҡ 56 берәмек коммуналь махсус техника һатып алырға ниәтләй. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Уның белдереүенсә, техника урындағы бюджет иҫәбенә һатып алына. Шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәрендә аварияларҙы бөтөрөүҙе тиҙләтеү өсөн Башҡортостандың дәүләт унитар предприятиеларына 51 миллион һумға ете берәмек махсус техника һатып алына.

Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, әле ҡар таҙартыу машиналарының һәм башҡа техниканың ҡышҡы миҙгелгә уртаса әҙерлеге 80 процент тәшкил итә.

Шулай уҡ әле республика муниципалитеттары боҙлауыҡҡа ҡаршы 59 мең тонна материал әҙерләгән.

Ирина Голованова һүҙҙәренсә, был һан талап ителгән күләмдең 63 процентын тәшкил итә. 2022 йылдың аҙағына тиклем тағы 35 мең тонна ошондай материал һатып алынасаҡ.

– Был күләм ҡышҡы осорҙа биләмәләрҙе норматив тәртиптә тоторға мөмкинлек бирергә тейеш, – тине ул.

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас