Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 17:15

Алла Әхмәтшина һәм Риф Ишбулатов - еңеүселәр иҫәбендә!

"Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү оҫталары" конкурсы ниндәй маҡсат менән уҙғарыла?

Алла Әхмәтшина һәм Риф Ишбулатов - еңеүселәр иҫәбендә!Алла Әхмәтшина һәм Риф Ишбулатов - еңеүселәр иҫәбендә!
Алла Әхмәтшина һәм Риф Ишбулатов - еңеүселәр иҫәбендә!

Ставрополь крайында "Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү оҫталары" конкурсының "Биләмәләрҙе үҫтереү" йүнәлеше буйынса финал еңеүселәре иғлан ителде. Рәсәйҙең 10 төбәгенән 14 ҡатнашыусы иң яҡшылары булды, араларында Өфөнән Алла Әхмәтшина менән Риф Ишбулатов та бар.

Финал 21-24 октябрҙә Минераль һыуҙарҙа уҙҙы. Өс көн дауамында илдең 42 төбәгенән 114 ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы хеҙмәткәре территориаль кейстар систе, эшлекле компетенциялар ассессментын үтте, шәхси интервьюлар бирҙе, эшлекле программала ҡатнашты.

Финалды ябыу тантанаһында ҡунаҡсыллыҡ оҫталарына "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Алексей Агафонов мөрәжәғәт итте. "Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү оҫталары" конкурсы платформабыҙҙың башҡа проекттарынан айырыла. Бында һәр ваҡыт ҡабатланмаҫ, күңелле һәм йылы мөхит хөкөм һөрә. Проектта һин кубок өсөн ярышмайһың, сөнки һәр кем фекерҙәштәренә ярҙам итә, кәңәштәр бирә, эксперттар менән кәңәшләшә ала, тимәк, берләшмәнең, оҫталар ғаиләһенең бер өлөшөнә әүерелә. Улар дөйөм изге эш башҡара - "Рәсәйҙә ҡунаҡсыллыҡ" исеме аҫтында матур бренд төҙөй", - тине ул.

Конкурс финалында еңгән яҡташыбыҙ Алла Әхмәтшина туризм өлкәһендә 15 йылдан ашыу эшләй. Ул "ESG экобиләмәләрҙе үҫтереү моделдәре" үҙәгенең эшсе төркөмөнә инә, "Рәсәй Федерацияһы субъекттары экспозицияһы"на ярашлы Олимпия паркы биләмәһендә XXII ҡышҡы олимпия һәм XI ҡышҡы паралимпия уйындарын үткәреү осоронда Башҡортостандың күргәҙмә экспозицияһын ойошторған, "2011-2012 йылдарҙа Башҡортостанда социаль туризмды үҫтереү программаһы" буйынса маршруттар эшләү һәм үткәреү менән шөғөлләнгән.

"Йәнлелек оҫталары" проектының өсөнсө миҙгеленең икенсе еңеүсеһе Риф Ишбулатов - Өфө дәүләт нефть техник университетында Туризм, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы кафедраһы мөдире урынбаҫары. Ул йәштәр күңелендә илебеҙҙең тарихи-мәҙәни мираҫына һөйөү тәрбиәләй.

Мәғлүм булыуынса, "Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү оҫтаһы" конкурсы 2019 йылдан бирле уҙғарыла. Өс йыл эсендә 87 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың 36,5 меңдән күберәге - 2022 йылда. Проекттың төп бурысы - ил төбәктәренең туристик ылыҡтырғыслығын үҫтереүселәрҙе дөйөм идея менән таныштырыу һәм берләштереү, уларҙы уҡытыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ижади коллаборациялар өсөн шарттар булдырыу.

"Биләмәләрҙе үҫтереү" - "Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү оҫтаһы" конкурсының дүрт яңы йүнәлешенең береһе. Уға меңләгән ҡатнашыусы ғына түгел, сараның партнерҙары ла ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, улар Рәсәй биләмәләрен үҫтереү буйынса яңы сағыу идеялар алыу өсөн ҡунаҡсыллыҡ оҫталарына мөрәжәғәт итте.

Фото: "Башинформ".

Алла Әхмәтшина һәм Риф Ишбулатов - еңеүселәр иҫәбендә!
Алла Әхмәтшина һәм Риф Ишбулатов - еңеүселәр иҫәбендә!
Алла Әхмәтшина һәм Риф Ишбулатов - еңеүселәр иҫәбендә!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас