Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 16:42

Башҡорт думбыраһын данлай

Бер быуатлыҡ тарихы булған Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған, бөгөн республикабыҙҙа ғына түгел, сит ҡитғаларҙа, илебеҙҙең төрлө тарафында эшләп йөрөгән халыҡ, атҡаҙанған артистарыбыҙ, сығарылыш уҡыусыларыбыҙ бихисап. Шулай ҙа бер уҡыу йорто ла белгесте уҡытып, тулыһынса әҙерләп бөтөрә алмай. Артабан белем эш урындарында тәжрибә менән туплана, был айырыуса уҡытыусы һөнәренә ҡағыла.

Бөгөнгө һүҙем – Өфө сәнғәт училищеһының йәш уҡытыусыһы Гүзәл Үмәрғәлина хаҡында. Бала сағынан уҡытыусы йә артист булырға хыялланған ҡыҙ мәктәп йылдарында уҡ сәхнәләрҙән төш­мәй. Йыр, бейеү менән бер рәттән фольклор ансамбленә лә йөрөй, ҡурай, ҡумыҙ, мандолинала уйнау серҙәренә лә өйрәнә. Музыка уҡытыусыһы, Башҡортос­тандың мәғариф алдынғыһы Әнүәр Хөрмәт улы Ниғмәтуллин уны үҙе етәкләп тигәндәй, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға алып килә.

Халыҡ йырҙарына, көйҙәренә ғашиҡ ҡыҙ 1994 йылда Башҡорт­остандың мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Сабит улы Әбхәлимовта думбыра класында уҡый башлай. Махсус музыка белеме булмаһа ла, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай, республика Президенты стипендиаты була.

Башҡорт халыҡ уйын ҡоралы думбыра Гүзәл Ишморат ҡыҙы өсөн күңел торошона, моңдашына әүерелә. Сәнғәт институтында уҡыған йылдарында уҡ ошо музыка ҡоралы менән бәйле хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә Ғәзиз Әлмө­хә­мәтов исемендәге республика гимназия-интернатында эшләй, ә 2001 йылда Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт фи­лар­монияһында ойошторолған Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрына эшкә саҡыралар. Уҡыу йылдарында Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Баш­ҡорт­ос­тандың халыҡ музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусы­лар­ҙың Бөтә Рәсәй, республика бәйге­ләрендә ҡатнашып, лауреат исем­дәренә лайыҡ була. Бик күп сит илдәр, Рәсәйҙең төрлө ҡалалары, республикабыҙ буйлап гастрол­дәрҙә, концерт, конкурс-фестивал­дәрҙә ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамла­ған йылда Гүзәл Ишморат ҡыҙы сәнғәт училищеһында ла ҡолас йәйеп эш башлай. Уҡыусылар, коллектив менән тиҙ уртаҡ тел таба, тырышлығы, ябайлығы, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы менән хөрмәт ҡаҙана. Егерменән ашыу уҡыусыһының күбеһе халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаттары була. Улар, сәнғәт институтын тамамлап, эшләп йөрөй.

Гүзәл Ишморат ҡыҙы бөгөн дә эшенә тоғро. Уҡыусылары менән уҡыу-уҡытыу араһында концерт-конкурстарҙа ҡатнаша, яңынан-яңы проекттар менән янып йәшәй. Ул етәкләгән республикалағы берҙән-бер думбырасылар ансамбле бик күп концерттарҙың сағыу биҙәге булып тора.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Үмәрғәлинаға ижади уңыштар, аҡыллы тырыш уҡыу­сылар, халҡыбыҙ ижадын, баш­ҡорт думбыраһын тағы ла юғары­раҡ үрҙәргә күтәреүен теләйбеҙ.


Дания ХӘКИМОВА

Читайте нас