Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 16:40

Данлыҡлы механизатор – төбәк ғорурлығы

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Миәкә районының Йәнәби-Урсай ауылында республикаға билдәле механизатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шифа Рәжәпов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Был сара легендар тракторсы ғаиләһе менән йәшәгән йорт ихатаһында уҙғарылды. Ихлас итеп эште ойошторған, тыуған еренә берегеп йәшәгән улы Рәмил Рәжәпов, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, рәхмәт белдерҙе.

Журналистика ветераны, заманында атаһы тураһында яҙған, Фәтих Кәрим, Динис Бүләков исемендәге премиялар лауреаты Әнүәр Сө­ләймәнов үҙенең сығышында дан­лыҡлы шәхестең хеҙмәттәге генә түгел, Днепрҙы кискәндәге ба­тырлыҡтарын да иҫкә алды. Эргә-тирәләге биш райондан СССР-ҙың Юғары Советы депутаты, кол­хозсыларҙың III Бөтә Союз съезына делегат итеп һайланыуы хаҡында ла һөйләне. Рәмил Рәжәповҡа атаһы тураһында гәзит яҙмаларын бүләк итеүе тулҡынландырғыс мәл булды.

Шифа ағайҙың бер туған һеңлеһе Сәкинә Сәлихова үҙ сығышында ағаһының туған йәнле, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл булыуын билдәләне. Балалары, ейәндәренең телмәренән дә Шифа ағайҙың өлгөлө атай, ябай кеше булыуына инандыҡ.

Шифа ағай, Гәүһәр апай, уларҙың улдары Рәмзил менән бергә ғүмер иткән килендәре Миңлегөл дә тулҡынланыуын йәшермәне. Ихлас рәхмәтен дә, ғорурланыуын да белдерҙе. Ул ғына ла түгел, яҡындары күптән түгел йәшләй мәрхүм булған улдары Реваль иҫтәлегенә Ҡөрьән мәжлесе лә уҙғарҙы. Ошоларҙың барыһында ла сағыла инде тәрән хөрмәт тойғолары. 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА 

Читайте нас