

Кешенең кемлеге ауыр ваҡытта беленә. Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, егеттәребеҙ бурыстарын үтәр өсөн бер һүҙһеҙ хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды. Ә тороп ҡалғандар уларға ҡулдарынан килгәнсә булышлыҡ итергә тырыша. Кемдең нисек хәленән килә, шундай ярҙам ойоштора.
Бындай саҡта эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалманы, әлбиттә. Улар тәүге көндәрҙән алып әүҙем рәүештә егеттәребеҙгә аҡсалата һәм әйберләтә булышлыҡ итә. Ярҙам мобилизацияға эләккәндәргә генә түгел, уларҙың бында ҡалған ғаилә ағзаларына ла күрһәтелә.
Эйе, изгелек ҡылырға теләк белдереүселәр күп, уларҙы берләштереү талап ителә. Башҡортостан Эшҡыуарҙары союзының ирекмәндәр штабы йүнселдәрҙе ойоштороу маҡсатында әүҙемләшкән. Ошо көндәрҙә Өфөнөң эшҡыуарҙар берләшмәһе Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары йүнселдәре һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты менән берлектә мобилизацияланғандар өсөн гуманитар ылау ебәреүҙе ойошторҙо.
Башҡортостан эшҡыуарҙары союзының ирекмәндәр штабы етәксеһе, Өфө Эшҡыуарҙары союзы рәйестәше Тимерғәле Ураҙғолов һөйләүенсә, был беҙҙең хәрбиҙәр өсөн беренсе ярҙам түгел.
– Ошоға тиклем Татарстанға – өс тапҡыр, Һарытау өлкәһенә бер мәртәбә барҙыҡ. Унда әйберҙәрҙе егеттәргә шәхсән ҡулдарына тапшырабыҙ һәм туғандарынан сәләмдәр еткерәбеҙ, – тине йәш эшҡыуар Тимерғәле Рәлис улы. – Мин Ҡырмыҫҡалы районында күп балалы ғаиләлә үҫтем. Атайым беҙгә мөмкин булғанса кешеләргә ярҙам итергә кәрәк тип өйрәтте. Һәр ваҡыт мохтаждарға – күп балалыларға, янғындан зыян күргәндәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға булышлыҡ ҡылырға тырыштыҡ. Пандемия ваҡытында Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары халҡына ярҙам иттек. Әлеге ваҡытта ла эштән ситтә ҡалманым.
Тимерғәле йүгереп йөрөй. Үҙе ҡаптарҙы барлай, машинаға тейәй. Ҡазанға ла шәхсән үҙе бара икән.
– Тупланған әйберҙәр исемлеге ҙур. Битараф булмаған кешеләр ярҙамында күп кәрәк-яраҡ йыйҙыҡ. Иң мөһиме – 300 кешегә йоҡо тоҡтары алдыҡ. Бынан тыш, зарядка ҡорамалдары, пауэрбанктар, рациялар, йылы әйберҙәр, олтораҡтар, ойоҡбаштар бар. Уларҙың барыһы ла егеттәргә кәрәк, – тине эшҡыуар.
Ҡазанға гуманитар йөк алып китеүселәр араһында Архангел районынан ирекмән Илмира Мөхәмәтйәнова ла бар ине.
– Районда күптәрҙең яратҡан йырсыһы Гөлфиә Шәүәлиеваның хәйриә концертын ойошторҙоҡ. Унда 100 мең һум самаһы аҡса йыйылды, уны тулыһынса егеттәрҙең кәрәк-ярағына тотондоҡ. Кем нимә һораны, шуны алдыҡ. Кемдер – аптечка, кемдер йылы әйберҙәр кәрәк тине. Ҡазандағы Архангел егеттәре менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ, – тине ул.
Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары союзы советы рәйесе Инга Мусина әйтеүенсә, ирекмәндәр штабы союз ҡарамағында булдырылған. Йүнселдәр бөгөнгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйған. Штабҡа 20-нән ашыу кеше инә. Сайттары, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәре эшләй, унда теләгән һәр кеше үҙенә кәрәкле мәғлүмәт таба ала.
Бина эсендәге ҡаптарҙа балалар әйберҙәре күренеп ҡалды. Инга Мусина әйтеүенсә, улар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә һәм балаларына ебәреләсәк. Асыҡланыуынса, уларҙа ла төрлө кәрәк-яраҡҡа ихтыяж бар, был теләктәр ҙә ваҡытында ҡәнәғәтләндерелә.
Эшҡыуарҙар, ирекмәндәр әйтеүенсә, эш артабан да дауам итәсәк. Теләге булған һәр кем уларға ҡушыла һәм ярҙамға өлөшөн индерә ала.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА