Йәмғиәт
25 Октября 2022, 16:05

Хәстәрлек күреүселәр бар

Әле лә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы.

Эльдар Фәттәхов фотоларыЭльдар Фәттәхов фотолары
Фото:Эльдар Фәттәхов фотолары

“Ер йөҙөндә тереклек ярала башлағандан бирле кешеләр һинән ни саҡлы изгелек күрҙе икән? Иҫәпләп бөткөһөҙҙөр, ләкин бөгөн улар ошо хаҡта ныҡлап уйлаймы? Үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡалмайынса, алдағы ғүмер тураһында ла хәстәрлек күрәләрме?..”

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романынан ошо юлдар иҫкә төшә, танышасаҡ геройҙарым хаҡында уйлағанда. Әҫәрҙең өҙөгөнә өҫтәп, хәстәрләүселәр бар, улар беҙҙең арала, тим эстән генә. Ана бит, бөтә ғүмерен арнаған улар ошо изге эшкә!

Беҙ юлда. Урман хеҙмәткәрҙәренән бер төркөм – Стәрлетамаҡ урман­сы­лығы начальнигы Рамаҙан Хәйҙәров, Стәрлетамаҡ урман хужалығы директоры Ленар Зәйҙуллин, уның урын­баҫары Рәил Сәғиҙуллин һәм тиҫтә йылдан ашыу Стәрлетамаҡ урман хужалығын етәкләгән Марат Ғәләүет­динов менән Стәрлетамаҡ районының Талаҫ ауылына, шулай уҡ бар ғүмерен урманды һаҡлауға, ағас үҫентеһе ултыртыуға, тергеҙеүгә, диләнкә бүлеүгә арнаған урмансы Зиләүир Мәхмүтовҡа юл тоттоҡ.

– Эх, егеттәр, 1977 йылдан бирле урмандан ҡайтҡан юҡ бит, – тип һүҙ башлай Марат Нәжметдин улы. – Шул йылда Өфө урман хужалығы техникумын тамамлап, урманға инеп киткәйнем, шунан бирле сыҡҡан да булманы, ә беҙҙең нәҫелдә урмансылар юҡ, техник вуз тамамлап инженер булырға тейеш инем. Урманға инеп “аҙаштым”.

Марат Ғәләүетдинов хеҙмәт юлында нисә ағас ултыртҡан, күпмеһенең ғүмерен һаҡлап ҡалған икән – һанап бөткөһөҙҙөр. Министр­лыҡта эшләгәндә лә, Стәрлетамаҡ урман хужалығында директор булғанда ла, Маҡар урман­сы­лығын етәкләгәндә лә һәр ваҡыт бер ҡылыҡҡа тоғро ҡала – кеше ағасты ҡырҡып ҡына ҡалмаһын, урынына мотлаҡ икене ултыртһын! Һәм ошоно ул үҙенең ҡул аҫтында эшләгән 150 хеҙмәткәренән дә талап итә. Берәүҙәр был талапты күтәрә алмай, башҡа эшкә күсә, икенселәр уның менән бер рәттән урман һағында тора. Шул иңгә-иң терәп эшләгән хеҙмәткәрҙең береһе инде Зиләүир Зөбәйер улы.

– Мин дә башта педагогия юлын һайлағайным, – тип һүҙгә ҡушыла Рамаҙан Ғилметдин улы ла. – Физика уҡытыусыһы булыр инем әле.

Әммә... атаһынан күргән – уҡ юнған, Ишембай районының Ҡалыуайыры, Ҡолғона ауылдары халҡы оҫта урмансы, ғәҙел Ғилметдин ағайҙың эшен әле лә иҫкә төшөрөп һөйләп ала. Ағастың һәр төбөн һаҡлап, ҡәҙерен белеп, һәр киҫәген тиерлек маҡсатлы ҡулланып эш итә урман сәнәғәте хужалығының участка начальнигы. Ана шул яҡшы сифаттарҙы атаһынан өйрәнгән Рамаҙан Хәйҙәров үҙе лә уларҙы эшендә ҡуллана.

...Талаҫ ауылы. Беҙҙе Зиләүир ағай үҙе сығып ҡаршы ала. Тулҡын­ландырғыс мәл, ике урмансы, ике ветеран – Марат Нәжметдин улы менән Зиләүир Зөбәйер улы ҡосаҡлашып күрешә, үҙенән-үҙе хәтер ебе һүтелә, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.

– Хәтерләйһеңме, урманды нисек таҙа тоттоҡ!

– Тәртип булды, бурҙан да, янғындан да һаҡланыҡ, халыҡ та утынһыҙ ултырманы.

Ике ветерандың һөйләшеүенә Зиләүир ағайҙың ауылдашы Рәил Сәғиҙуллин да ҡушыла:

– Күрһәгеҙ икән, Зиләүир ағай урамдан үтеп китә, барыһы ла ҡурҡып ҡына тора, ситтән килгән урман бурҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәште, кәрәк икән, аҡылға ултыртырға ла күп һорап тормай ине.

...Хәйер, ине тип ни, Зиләүир Зөбәйер улы әле лә урман эшен ташламаған, хаҡлы ялда булһа ла, килешеү нигеҙендә урман эшкәртә, һаҡлай.

– Урманда берәй ғәҙелһеҙлек күрһәм, элекке ғәҙәт буйынса тиҙ генә тикшерә башлайым, закон буйынсамы-юҡмы икәнлеген асыҡларға тотонам, – ти Ҡуғанаҡ урман участкаһын 1979 йылдан бирле һаҡлап, ҡурсалап, йәш үҫентеләр менән байытып торған Зиләүир Мәхмүтов.

Бына тантаналы мәл дә етте.

– Зиләүир Зөбәйер улы, һеҙҙең тәжрибә – урман эшендә беҙҙең өсөн үҙе үк алдынғы эш алымы. Янғын ҡур­ҡынысы янаһынмы, ағас ҡырҡыусылар мәкерлек ҡылырға уйлаһынмы, кешегә ағас күрһәтергә кәрәкме – әле лә алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһығыҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, байрам менән! – ти Ленар Рифмир улы Зилә­үир Мәхмүтовҡа урман хужалығының Почет грамотаһын тапшырған мәлдә, ғорурлыҡ тойғоһон кисереп.

Ысынлап та, күпме ағасты ҡурса­лаған улар, күпме урманды һаҡлап ҡалған, кешеләргә өй һалырға ағас бүлгән, районды материал менән тәьмин иткән. Иң мөһиме, был изге ғәмәлде хәҙер йәш быуын дауам итә. Зиләүир ағайҙың улы Зиннур, мәҫәлән, атаһы юлын һайлап, шул уҡ участкала урмансы бурысын атҡара. Тимәк, үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡал­майынса, алдағы ғүмер тураһында ла хәстәрлек күрәләр әле бында. Шөкөр, урман – мәңгелек!

Рәмил МАНСУРОВ

Читайте нас