Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 14:30

Ирекмәндәр фатир ремонтлауҙа ярҙамлашҡан

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына ошо телефон аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Ирекмәндәр фатир ремонтлауҙа ярҙамлашҡанИрекмәндәр фатир ремонтлауҙа ярҙамлашҡан
Ирекмәндәр фатир ремонтлауҙа ярҙамлашҡан

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендәге М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына ире мобилизацияланған ҡатын фатирын ремонтлауҙа ярҙамлашыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткән.

Ирекмәндәр ҡатындың үтенесенә битараф ҡалмаған – фатирҙың бер бүлмәһенә обой йәбештереп биргәндәр.

"Өлөшләтә мобилизацияға ярашлы, 27 сентябрҙә иремде лә хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Әле әҙерлек үтә. Ул китмәҫ борон икәүләшеп фатирҙы ремонтлай башлағайныҡ. Балалар бүлмәһендә эште тамамлап өлгөрҙөк, ә ҙур яғы ремонтһыҙ ҡалды - обой йәбештерергә кәрәк ине. Мин ике бәләкәй бала менән ҡалдым, шуға был эште тамамлай алманым. “Берҙәм Рәсәй”ҙең колл-үҙәгенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым. Ирекмәндәр үтенескә битараф ҡалманы. Штабтың әүҙемселәре шунда уҡ эшкә тотоноп, бер көн эсендә ҡунаҡ бүлмәһенә обой йәбештереп тә ҡуйҙы. Ярҙамдары өсөн рәхмәт!" – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ҡатын.

Билдәле булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк һәм урындарҙағы бүлексәләре офистарында эшләй.

Штаб махсус хәрби операцияла доброволец һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.

Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул иҫәптән тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта булышлыҡ ҡыласаҡ.

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас