

24 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланған күп балалы (өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән) атайҙарҙы хәрби әҙерлек үткән урындарынан өйҙәренә, ғаиләләре янына ҡайтарырға ҡушты.
Был эштең нисек башҡарыласағын Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының социаль тәьминәт үҙәге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Александр Владимирович Крумин аңлата.
Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә республика ярҙам саралары хаҡында махсус брифингтың эфир яҙмаһында (https://vk.cc/chSTqs) йәки уның баҫма версияһында (https://vk.cc/chSTil) ҡарарға мөмкин.
Сығанаҡ: "Аңлатабыҙ_Башҡортостан" төркөмө.