Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 16:51

Нәҫелдән килгән һәләт

Бала саҡ ҡыҙыҡһыныуы тормошҡа ашҡан.

Ҡурғашлы ҡыҙы Луиза Айытбаева 33 йыл фәҡәт бер ерҙә үҙе һайлаған һөнәр буйынса эшләй – район үҙәк дауаханаһының балалар бүлегендә шәфҡәт туташы ул.

Байназар урта мәктәбен, Сибай медицина училищеһын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан ҡыҙҙы нәҡ ошонда ғүмерлек эше, яратҡан коллективы, һөнәре көтөп торған да. Хәҙер ул өс тиҫтә йылдан артығыраҡ Ҡурғашлынан Иҫке Собханғолға аҙнаһына бер нисә көн йөрөп эшләй. Тәүҙә, билдәле, юлайҡан машиналарға эләгеп килә, ҡайта. Гел генә юлыңа машинаһы уңай сығып та тормай бит әле – “тәпәй турат”ты эшкә егергә лә тура килгән саҡтары була.

Тимер атты йүгәнләп алғас, юл йөрөүе бермә-бер еңелләшә. Хәҙер 10 йылдан ашыу рулдә Луиза ханым. Яуаплы белгес бер ваҡытта ла эшенә илке-һалҡы ҡарамай, тырышып, бар күңелен һалып башҡара.

Район үҙәгенә күсеү хаҡында ла уйланмай ул – тыуған йорт усағын һаҡлау, икенсе төркөм инвалиды булған һеңлеһен ҡарау – уның иңендә.

Медицинаға һөйөү иһә нәҫелдән киләлер – Луизаның әсәһенең һеңлеһе медицина хеҙмәткәре булған. Әсәһе лә ошо һөнәрҙе үҙләштерергә теләк белдергән, әммә атаһы ҡаршы төшкәс, ныҡышмаған.

Луизалар үҫкәндә ауылда медицина пункты булған. Бала-саға уның биләмәһендә уйнарға яратҡан. Сүп-сар һауытына ташланған укол шешәләрен, ампулаларын да алып уйнатҡандар, ҡурсаҡтарға укол “ҡаҙап”, “практика” үткәндәр. Бала саҡ ҡыҙыҡһыныуы ла һөнәр һайлауға йоғонто яһамай ҡалмағандыр, күрәһең.

Бөгөн Луизаның кесе ҡыҙы Алһыу әсәһе юлын һайлаған – Өфө медицина колледжын тамамлау өҫтөндә, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник  дауаханаһында практика үтә. Өлкән ҡыҙы иһә – туризм буйынса менеджер, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.

Медицина хеҙмәткәрҙәренең эше тәү сиратта кеше ғүмере, һаулығы өсөн яуаплылыҡ алыуға бәйле булһа, икенсе яҡтан, үҙҙәренең һаулығына хәүеф янауы ла ихтимал. Коронавирус пандемияһы осоронда бигерәк тә. Был заман сире лә урап үтмәгән Луизаны. Ошоға ҡарамай, һаман алдынғы һыҙыҡта, һаман яратҡан балалары менән. Үҙ һөнәреңә мөкиббән бирелгәнлек, уны ысын күңелдән яратыу, һөнәреңдең башҡаларға ярҙамы тейеүен ысын асылында аңлау уны шулай ғүмерлек итәлер ҙә.

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Бөрйән районы.

Читайте нас