

Асҡын районындағы М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә киткән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.
Шишмә-Ураҡай ауылында йәшәгән Сәүиә апай менән Зәғәфран ағайҙың өлкән улдары Рөстәмде өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алғандар. Ул вахтанан ҡайтҡанда саҡырыу ҡағыҙы килгән булған. Рөстәм ата-әсәһенә хеҙмәт итәсәге хаҡында белдереп, саҡырыу пунктына бара.
Ул 26 сентябрҙә райондан мобилизацияланған беренсе состав менән Ҡазанға әҙерлек үтергә юллана. Егет ата-әсәһенә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләп ҡалдырырға өлгөрмәгәненә борсола. Ғәҙәттә, был эште улар атаһы менән бергә башҡарған булған.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов улар хәрби әҙерлек үткән урынға – Ҡазанға килгәндә Рөстәм уға ата-әсәһенә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүҙә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә.
һөҙөмтәлә райондың М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре эшкә тотона: ғаиләгә бушлай 17 кубометр ағас алып киленә. Утынлыҡ ағасты урындағы эшҡыуар Айбулат Абдуллин биргән, шулай уҡ үҙе алып барышҡан. "Улыбыҙҙың үтенесен үтәгәндәре өсөн Динис Радис улына, район хакимиәтенә, М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына ҙур рәхмәт. Иң мөһиме - балаларыбыҙ, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын", – ти Рөстәмдең ата-әсәһе.
Билдәле булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк һәм урындарҙағы бүлексәләре офистарында эшләй.
Штаб махсус хәрби операцияла доброволец булараҡ һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.
Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул иҫәптән тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта булышлыҡ ҡыласаҡ.
М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.
Фото: bashkortostan.er.ru.