Йәмғиәт
26 Октябрь 2022, 06:00

83 йәшлек инәй шишмәне тергеҙгән

Ҡасандыр "тере һыу" сығанағы булып торған шишмә ташландыҡ хәлдә ҡалғас, ул ныҡ борсола...

83 йәшлек инәй шишмәне тергеҙгән83 йәшлек инәй шишмәне тергеҙгән
83 йәшлек инәй шишмәне тергеҙгән

Шаран районының Күгәрсен-Бүләк ауылында йәшәгән 83 йәшлек инәй үҙ көсө менән ауылдаштары өсөн дә, үҙе өсөн дә бик ҡәҙерле булған шишмәне төҙөкләндергән, тип яҙа «Ярҙам – время добрых дел» проекты геройы хаҡында «Башинформ».

Зинфира Зәйҙуллина ошо ауылда тыуып үҫкән. Тыуған ерендә ҡасандыр «тере һыу» биргән шишмә ташландыҡ хәлдә ҡала. Был инәйҙе бик борсой. Шунан ул ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, һәм шишмәне таҙартып, ашаһына күпер һалалар. Ә инде артабан инәй бар йыйған аҡсаһына шишмәнең тирә-йүнен матурлата, ял итеү өсөн беседка, эскәмйәләр төҙөтә.

Зинфира Зариф ҡыҙының тағы бер ҙур эше – ауылда «Табыш» тигән музей булдырыуға өлгәшеү. Унда котелок, гимнастерка кеүек бик күп ҡыҙыҡлы хәрби әйберҙәр һаҡлана.

Зинфира Зәйҙуллина ғүмере буйы һауынсы булып тир түккән, әммә тормошҡа һис ҡасан зарланмаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, шиғырҙар яҙа башлаған – ике китабы баҫылып сыҡҡан, өсөнсөһөн планлаштыра икән. Уңған ҡатын биш балаға ғүмер биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырған. Әле 12 ейәне, биш бүләһен күреп, бәхетле ғүмер итә.

Фото "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас