

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә халыҡ араһында һәм социаль селтәрҙәрҙә эсәр һыу сығанаҡтарында холера вибрионының асыҡланыуы тураһында мәғлүмәт таралған. Әлеге хәбәргә ышанып, идаралыҡҡа шылтыратыусылар һаны ла бермә-бер артҡан. Ысынбарлыҡта иһә был хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй.
Ведомство эсәр һыу менән тәьмин итеү сифатына һәм хәүефһеҙлегенә контролде көсәйткән. Микробиологик, вирологик һәм санитар-химик күрһәткестәр өлгөләре бүлеү селтәренән һәм һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарынан даими алына. Барлыҡ өлгөләр ҙә гигиена талаптарына тап килә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Рәсәйҙә санитария-эпидемиология хеҙмәтенең һөҙөмтәле эше арҡаһында ваба (холера) ауырыуы таралмаған. Республикала һуңғы осраҡ 2008 йылда теркәлгән.
"Роспотребнадзор" был хәүефле инфекцияны индереүгә юл ҡуймау буйынса даими эш алып бара, бөтә кәрәкле саралар күрелә.
Фото: dmnesterov.ru