

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә Өфөгә бәйле һорауҙар байтаҡ булды. Мәҫәлән, залдағы журналистар Радий Фәрит улынан Өфө ҡалаһының яңы мэры менән ҡәнәғәт булыу-булмауы тураһында һораны.
– Беҙ дөрөҫ ҡарар ҡабул иттек. Һөҙөмтәле эшләү тәжрибәһе булған кешене һайланыҡ. Өфөнөң идара итеү командаһына өмөт ҙур, Ратмир Мәүлиев уларҙың эшенә дәрт өҫтәне, – тине Радий Хәбиров.
2025 йылға, юбилейына, Өфө таҙартылған һәм яңыртылған буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта республиканың башҡа ҡалалары менән дә шөғөлләнәсәктәр.
Радий Фәрит улынан Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү тураһында ла һоранылар. Был мәсьәлә халыҡты бик борсой.
– Был минең өсөн бик етди мәсьәлә, – тине Радий Хәбиров. – Һәйкәл, һис шикһеҙ, ныҡлы төҙөкләндереүгә мохтаж. Йәмғиәттә был мәсьәлә күп тапҡыр тикшерелде. Беҙ һәйкәлде төҙөүҙең бөтә процестары буйынса архивтан күсермәләр талап иттек, сөнки унда проектлау бик ҡатмарлы. Әле подрядсы таптыҡ һәм 2023 йылдың мартына һәйкәлде реконструкциялау проектын алырбыҙ тип ышанабыҙ.
Башҡортостан Башлығы һәйкәлде алып торорға кәрәк булыуына ла иғтибар итте.
– Ул саҡта Өфөнөң 450 йыллығын һәйкәлһеҙ ҡаршы алырбыҙ тигән хәүеф бар. Беҙгә йәмәғәтселек менән берлектә баланс табырға кәрәк, ул мөһимерәк. Әммә әлегә минең ҡулымда проект документтары юҡ, шуға күрә, ваҡыт еткәс, ҡарарҙы бергәләп ҡабул итербеҙ, – тине республика етәксеһе.
Ишеү слаломы буйынса донъя чемпионы Алһыу Минәзева Радий Хәбировҡа Өфөнөң 450 йыллығына ниндәй спорт объекттары төҙөлөүе хаҡында һорау бирҙе.
Башҡортостан Башлығы хәбәр итеүенсә, тәү сиратта ишеү слаломы комплексын 2024 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. 2023 йылдың йәйендә Инорста Йылы күле тирәләй биләмәне төҙөкләндереү башлана. Шулай итеп, 2024 йылда Өфөлә спорт һәм рекреацион инфраструктура менән комплекслы объект барлыҡҡа киләсәк.
– Ҡашҡаҙан күле миҫалында яр буйҙарын төҙөкләндереү компетенцияһына эйәбеҙ. Өҫтәмә рәүештә Фехтование үҙәген, Көрәш һарайын, Өфөлә футбол манежын һәм Нефтекамала яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Бөтә объекттарҙы ла Рәсәй Спорт министрлығы менән даими үҙ-ара килешеп төҙөйбөҙ. Ошо объекттарҙы асҡандан һуң Өфөлә ихтыяжлы объекттар рәүешендә һәйбәт һәм ныҡлы спорт каркасы алырбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбировҡа Өфөлә яңы ҡар иретеү заводы төҙөлөшө тураһында һорау бирҙеләр. Республика етәксеһе ҡала мэры Ратмир Мәүлиев менән һөйләшеүен, завод өсөн урын билдәләнгән булыуын, финанслау сығанағы булыуын билдәләне.
– Өфө ҡар иретеү заводын төҙөй башлаған да инде. Элегерәк Өфө был мәсьәлә буйынса бик тырышмай ине, күп һөйләшеүҙәр булды, ләкин ҡар иретеү заводы юҡ ине. Өфө төҙөһөн әйҙә. Ә баш ҡала халҡын ҡар иретеү заводы түгел, ә тотош ҡар сығарыу проблемаһы борсой. Өфөнән быйыл тағы ла ҡатыраҡ талап итәсәкбеҙ. Бюджет менән бәйле ҡатмарлы хәлдәргә ҡарамаҫтан, беҙ баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығының матди базаһына ҡар таҙартыу, дөйөм алғанда, тротуарҙарҙы, юлдарҙы таҙартыу өсөн транспорт һатып алыу йәһәтенән һиҙелерлек үҙгәрештәр индерҙек. Әгәр был техника дөрөҫ файҙаланылһа, Өфө ҡарҙа булмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләйем. Был – баш ҡаланың яуаплылыҡ зонаһы, – тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: culture.ru