

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше әле генә тамамланды. Дүрт сәғәттән ашыу дауам иткән һөйләшеүҙә йәшәйешебеҙҙең бар тармаҡтарына ҡағылған һорауҙар килде.
Рәсәй лидеры Владимир Путиндың йөкләмәһе буйынса, 2023 йылдың аҙағына тиклем төбәктә алданған өлөшсөләр булмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, алданған өлөшсөләргә ҡағылышлы һорауҙарҙың күпселеге республикала хәл ителгән. Бөгөн Башҡортостанда өс мең самаһы алданған өлөшсө һәм 72 проблемалы йорт иҫәпләнә.
– Мин яуаплы кеше. Төбәктең һәр башлығы кеүек, Рәсәй Президенты ҡуйған йөкләмәм бар – 2023 йылдың аҙағына алданған өлөшсөләр булмаҫҡа тейеш. Үкенескә күрә, һуҡырҙар йәмғиәте менән бәйле йорт буйынса билдәле шиктәр бар, хәл итербеҙ. Һәр йорт буйынса мәсьәләне нисек хәл итергә кәрәклеген аңлайбыҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров алданған өлөшсөләргә аңлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Улар беҙҙе ишетә башланы һәм, иң мөһиме, кемдер аҡса, кемдер фатир алғанын күрәбеҙ. Был бик мөһим. Төҙөлөш министрлығының ошо йәһәттән көйлө эшләүен, Дом.рф менән яҡшы хеҙмәттәшлек алып барылыуын да раҫлайым. Владимир Путиндың был йөкләмәһе ныҡлы контролдә тотола. "Ҡыҙыл зона"ға эләгеп, ошо эште үтәмәгәнебеҙ өсөн шелтә алырға теләмәйбеҙ, – тине етәксе.
Тағы бер һорау Көнсығыш сығыу юлына ҡағылды. Әгәр уны төҙөгәндә өҙөклөктәр булһа, проектты ғәмәлгә ашырыу йәнә ун йылға артҡа күсәсәк, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы.
“Объект 90-сы йылдан һалына. Уны консервациялауға шул тиклем күп аҡса китте. Төҙөлөш туҡтап торған саҡта уны иҫәптә тотоу өсөн бер нисә йөҙ миллион тотонолдо – һыуҙы һурҙырыу, ниндәйҙер һаҡлау саралары. Шуға күрә хәҙер ҙур бурыс – уны мотлаҡ төҙөп бөтөү. Иң мөһиме – финанслау. Финанс планы графикка ярашлы, ә төҙөлөш графиктан да алда бара. Тоннель – 1200, күпер 1800 метр, 10 километр оҙонлоғондағы юл һаласаҡбыҙ. Һөҙөмтәлә Өфөгә инеү ваҡыты ярайһы уҡ ҡыҫҡара, трассалар, күпер бушай. Баш ҡаланың "ярымутрауы" өсөн өҫтәмә күпер, туранан-тура трасса буласаҡ. Был бик шәп. Ә юл һалынып бөтөү менән уның тирәләй инвестиция йәһәтенән йәлеп итеүсәнлек артасаҡ. Шуға күрә торлаҡ төҙөү ул яҡҡа күсәсәк. Бының киләсәккә үҫеш нөктәһе икәнлеген асыҡ аңларға тейешбеҙ. Уны Мортаза Рәхимов башлағайны. Беҙ был проект менән ғорурланабыҙ. Объект техник яҡтан ҡатмарлы, әммә унда юғары класлы белгестәр эшләй", - тине Радий Фәрит улы.
Медицина тармағына ҡағылышлы һорау кадрҙар проблемаһы тураһында булды.
– Белгестәр етешмәүен аңлайбыҙ. Пандемияға бәйле табиптар һәм өлкән йәштәге урта медицина персоналы эштән китеү сәбәпле, 2021 йылдың аҙағында кадрҙар һаны буйынса ыңғай динамика кәмене. Беҙ тар белгестәр өсөн “Ауыл фельдшеры”, “Ауыл табибы” кеүек ярҙам саралары күрҙек. Эшләү өсөн мөмкинлектәр бар.
Йыл һайын юғары уҡыу йорттарынан бер нисә йөҙ табип сығарабыҙ. Әгәр уларҙың яртыһы булһа ла республика поликлиникаларына һәм дауаханаларына йүнәлтелһә, мәсьәлә хәл ителәсәк. “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә һәр хакимиәт башлығына урындарға табиптарҙы йәлеп итеү бурысын ҡуябыҙ. Был уларҙың эш һөҙөмтәлелеген баһалау критерийы булырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Өлкән йәштәге кешеләрҙең һаулығын яҡшыртыу һәм ғүмерен оҙайтыуға арналған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” проекты ла дауам итәсәк һәм мөмкинлектәрен киңәйтәсәк.
– Был проект менән ғорурланам, уны тормошҡа ашырған өсөн ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға рәхмәт белдерәм - уның ҡаҙанышы был. Ололарҙың күҙҙәрендә - шатлыҡ. Программаны ике тапҡырға арттырабыҙ. Йәғни, киләһе йылда беҙҙең туристик урындарға ике мәртәбәгә күберәк кеше килә ала”, – тине республика етәксеһе.
Фото: stroikyufy.ru