

Бөгөн, 27 октябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыл һайын уҙғарылған дүртенсе тура бәйләнеше була. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан 24, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV, "Рәсәй 24" телеканалдарында һәм "Рәсәй радиоһы", “Юлдаш" радиостанцияларында, шулай уҡ Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарарға була. Текслы трансляцияны “Башинформ” агентлығы алып бара.
Республикала йәшәгән һәр кем Радий Хәбировҡа һорау бирә ала. Бының өсөн уны төбәк етәксеһенең “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә комментарий рәүешендә ебәрергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығының бынан алдағы тура бәйләнеше 2021 йылдың 8 сентябрендә уҙҙы, ул дүрт сәғәттән ашыуыраҡ дауам итте һәм тәүге тапҡыр сурдотәржемә менән оҙатылды. Был ваҡыт эсендә Радий Хәбиров республика халҡының, журналистарҙың һәм блогерҙарҙың 58 һорауына яуап бирҙе. Улар урман янғындарына, Өфөнө төҙөкләндереүгә, Владимир Путин менән аралашыуға, “Өфө” футбол клубы перспективаларына, транспорт реформаһына, коронавирусҡа, социаль селтәрҙәргә мөнәсәбәткә, кадрҙар сәйәсәтенә һәм башҡа көнүҙәк темаларға ҡағылды. Төбәк етәксеһенә социаль селтәрҙәрҙә йәмғеһе 4 703 мөрәжәғәт килгән, шулай уҡ 203 видеоһорау алынған булған.
Мәҫәлән, өфөләрҙе ҡала йәмәғәт транспорты эше ҡыҙыҡһындырҙы, атап әйткәндә, кешеләр маршруттарҙа автобустарҙың етмәүенә зарланды. Радий Хәбиров Өфө урамдарынан иҫке “ПАЗ”иктарҙы алырға вәғәҙәләне. Был эш 2021 йылдың аҙағында башҡарылды ла инде. Бынан тыш, “Башавтотранс” дәүләт ташыусыһы автопаркы 2022 йылда яңы уңайлы “НефАЗ”дар менән тулыланды. Бөгөн республикала Волга буйы федераль округындағы иң йәш пассажир автобустары паркы иҫәпләнә, пассажирҙар ташыу баҙарына яңы компаниялар килде.
Хәйбулла районының Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Таһир Юнысов республика Башлығына сымһыҙ элемтә өсөн рәхмәт белдереү өсөн кеҫә телефонынан шылтыратты. Телекоммуникация мөмкинлектәренең үҫешенә ҡарап сигналдың сифаты һәм тотороҡлолоғо яҡшырыр, тип вәғәҙәләне Радий Хәбиров. Бөгөн республикала һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү буйынса ғәмәлгә ашырылған программа ярҙамында төбәк халҡы 4G бәйләнеш барлыҡҡа килгән тораҡ пункттарҙы тауыш биреү ярҙамында һайлай ала. Башҡортостан Башлығы тағы ла бер нисә шәхси һорауға яуап бирҙе: уның иртәһе нимәнән башланыуы хаҡында һөйләне, яратҡан йырҙарының тәүге өсәүһен һәм буш ваҡытында уҡырға яратҡан тарихи китаптарҙы әйтте.
2022 йыл яңы һынауҙар килтерҙе. Эксперттар фекеренсә, тура бәйләнештә республикала өлөшләтә мобилизациялау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү барышы, санкциялар шарттарында Башҡортостандың иҡтисади хәле, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, импортты алмаштырыуҙы үҫтереү һәм яңы производстволар асыу, Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек тураһында һорауҙар көтөлә. Ғәҙәттәгесә, республика халҡын социаль тәьминәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, экология мәсьәләләре борсой, тимәк, йөкмәткеле әңгәмә көтөлә.
Фото: "Башинформ".