Йәмғиәт
27 Октябрь 2022, 11:30

Башҡортостанда үтеүе ихтимал

Үҫеш корпорацияһы хеҙмәткәре Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығынан рәхмәт хаты алды.

Башҡортостанда үтеүе ихтималБашҡортостанда үтеүе ихтимал
Башҡортостанда үтеүе ихтимал

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Үҫеш корпорацияһының техник бүлеге етәксеһе Илдар Айытов II “Төҙөлөш тармағы лидерҙары” Бөтә Рәсәй идарасылар конкурсы еңеүселәренең Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәкселеге менән осрашыуында ҡатнашты. Сара барышында финалға сыҡҡандар ведомство етәкселегенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Рәсәйҙең төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллиндың ҡултамғаһы менән награданы конкурстың 30 еңеүсеһенең береһе һәм Башҡортостандан берҙән-бер вәкил Илдар Айытов та алды.

Был осрашыуға Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов аңлатма бирҙе.

– Корпорация хеҙмәткәренең төҙөлөш комплексын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға индергән өлөшө һәм профессионализмы федераль кимәлдә билдәләнеүе ҙур абруй. Уларҙың конкурс һәм уҙған ултырыш сиктәрендә тәҡдим иткән күп тәҡдимдәре кадрҙар ҡеүәтен формалаштырыу һәм тармаҡты камиллаштырыу өсөн эш ҡоралдары сифатында индерелер, тип ышанам, – тине Наил Ғәббәсов.

Ултырыш сиктәрендә Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына конкурстың икенсе миҙгеле еңеүселәре һәм финалсыларының проекттары нигеҙендә әҙерләнгән төҙөлөш тармағын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерелде. Ведомствола билдәләүҙәренсә, бөгөн төп бурыс – перспективалы етәкселәр эҙләү һәм идара итеүсе кадрҙарҙың лайыҡлы резервын булдырыу, шулай уҡ бөтә ил буйынса төҙөүселәрҙе туплау.

Бынан тыш, ҡатнашыусылар III Бөтә Рәсәй идарасылар конкурсын һәм уның төбәк этаптарын үткәреүҙе тикшерҙе. Финал этабына улар айырым иғтибар бүлде, уны үткәреү майҙансығы итеп конкурстың ойоштороу комитеты Башҡортостан Республикаһын ҡарай.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19257/

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас