Йәмғиәт
27 Октябрь 2022, 12:15

Еңеүселәр исемлегендәбеҙ

Йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә Башҡортостан 227 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.

Еңеүселәр исемлегендәбеҙЕңеүселәр исемлегендәбеҙ
Еңеүселәр исемлегендәбеҙ

Башҡортостан -  Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың “Йәштәр өсөн төбәк” тип аталған йәштәр сәйәсәтенең комплекслы үҫеш программаларының конкурсы еңеүселәре рәтендә. Субсидия күләме буйынса төбәк ил субъекттарының топ-5 исемлегенә инде. Башҡортостан йәштәр киңлектәрен яңыртыу (реновациялау)  өсөн 227,88 миллион һум аҡса аласаҡ, ул учреждениеларҙы ремонтлауға, йыл дауамында саралар уҙғарыуға йүнәлтелә.

- “Йәштәр өсөн төбәк” конкурсы заявкаһына өс йәштәр киңлеген индерҙек: Өфөлә республиканың йәштәр социаль-психологик үҙәге, Нефтекама һәм Учалыла йәштәр үҙәктәре. Беҙҙең төп маҡсат – һәр муниципалитетта йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн заманса уңайлы нөктәләр булдырыу, - тип һөйләне Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Конкурс быйыл  Рәсәй биләмәһендә беренсе тапҡыр уҙғарылды. Ул “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй йәштәре” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостандың өс йәштәр киңлеген реновациялауға субсидия аласағы тураһында белдерҙе:

- Өфөлә “Йәшлек House” асылыуына бер йыл үтте. Унда төрлө ҡараштары булған иң сағыу, һәләтле йәштәребеҙ йыйыла. Уны асҡан саҡта бындай үҙәктәрҙең башҡа ҡалаларҙа ла кәрәклеген аңланыҡ. Эште финанслау өсөн сығанаҡтар, биналар эҙләүҙән башланыҡ. Өс йәштәр  киңлеген реновациялауҙы Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты йәштәр сәйәсәтенең комплекслы үҫеше программаларының Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға заявкаға индерҙе. Һөҙөмтәлә Башҡортостан 227 883 500 һум күләмендә субсидия аласаҡ. Был - илдең 42  төбәге араһында дүртенсе һөҙөмтә. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты командаһын уңышы менән ҡотлайбыҙ!

Фото: Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.

Еңеүселәр исемлегендәбеҙ
Еңеүселәр исемлегендәбеҙ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас