Йәмғиәт
27 Октябрь 2022, 17:30

Рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерәләр

“Йәшлек House” йәштәр йорто атамаһындағы House һүҙен үҙгәртерҙәрме?

Рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерәләрРәхмәт һүҙҙәрен дә еткерәләр
Рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерәләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше дауам итә. Унда интернеттан, социаль селтәрҙәрҙән, видеомөрәжәғәттәр аша меңәрләгән һорау килә.

Радий Фәрит улы, төрлө ваҡ мәсьәләләрҙе район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары шәхси контроленә алһын һәм тиҙ арала хәл итһен, тине. Бындай һорауҙар араһында ҡараңғы ваҡытта урамдарҙы яҡтыртыу, газ үткәреү, халыҡты һыу менән тәьмин итеү һәм башҡалар бар.

Мәҫәлән, Белорет ҡалаһындағы биҫтәләрҙең береһендә йәшәүселәр эсәр һәм техник һыу булмау мәсьәләһен хәл итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Унда бәләкәй балалары булған йәш ғаиләләр ҙә, даими тәрбиәгә мохтаж оло йәштәге граждандар ҙа йәшәй.

– Мин һәр саҡ район башлыҡтарына физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәҙәниәт йорттары төҙөү кәрәклеге хаҡында әйтәм, ләкин кешеләрҙең һыуы булмауы ҡот осҡос, – тине Радий Хәбиров. – Белорет буйынса ҡарарҙы рәсмиләштерергә һәм мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе һайлау мөһим. Һәм улар араһында беренсе урында, һис шикһеҙ, һыу булырға тейеш.

Төҙөлөшкә ҡағылып, Радий Хәбиров Бөрйән районынан килгән бер һорауҙа туҡталды. Унда урындағы халыҡ үҙ көсө менән спорт майҙаны төҙөй башлаған. Төбәк етәксеһе бының өсөн бөрйәндәргә рәхмәт әйтте һәм төҙөлөштө тамамлау өсөн финанслау табырға ҡушты.

Салауат ҡалаһы йәштәре үҙҙәрендә Өфөләге кеүек “Йәшлек House” йәштәр йорто төҙөүҙе һораны. Был һорау ҙа ыңғай яуап алды.

– Өфөнән һуң бындай йәштәр йорттары Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы ҡалаларында буласаҡ тигән ҡарар ҡабул иткәйнек. Унда финанслау сығанаҡтары асыҡланған. Салауат ҡалаһының да әүҙем йәштәре өсөн бындай урын булдырыу өсөн аҡса табырбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, ҡайһы бер кешеләр, донъялағы геосәйәси хәлдәргә бәйле, уның атамаһындағы House һүҙен “Йәштәр йорто"на әйләндерергә уйламайҙармы, тип тә һораны. Радий Фәрит улы, бындай ҡарар юҡ, башта уҡ исем ҡушҡанда матур һүҙҙәр ҡулланырға кәрәк, тине.

Өфөнөң Кузнецов затонында йәшәгән кешеләр һаман үҙҙәрендә мәктәп булмауына борсола. Башҡортостан Башлығы, был мәсьәлә лә ыңғай хәл ителәсәк, тине. Әлеге ваҡытта уны төҙөү өсөн ойошма табылған. Ул республикалағы иң ҙур белем биреү учреждениеһы буласаҡ, унда 2200 урын ҡаралған. Әйткәндәй, әле бында балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөү өҫтөндә.

Әйткәндәй, бөгөн һорауҙар ғына түгел, рәхмәттәр ҙа яңғырай. Мәҫәлән, Тәтешле районынан күп балалы әсә Светлана Шакирова Радий Хәбировтың былтырғы тура бәйләнеше барышында уға мөрәжәғәт итеп райондың Түбәнге Балтас ауылында балалар майҙансығы төҙөүҙе һорағайны. Ул саҡта етәксе мәсьәләне быйылға хәл итергә ҡушҡайны. Бөгөн әсә кеше Радий Фәрит улына яңы майҙансыҡ өсөн рәхмәт әйтте.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас